1 апрелдән Рәсәйҙә социаль пенсиялар 17,1 процентҡа арта. Ил бюджетында ошо маҡсатҡа 40 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Индексация 3,7 миллион кешегә ҡағыла.
Пособиелары процент нисбәтендә социаль пенсия күләменә бәйле кешеләр өсөн өҫтәмәләр суммаһы арттырыла. Республикабыҙҙа бындай өҫтәмәне ғәрипләнеүе фронтта яраланыуы менән бәйле булыуы хәрби-медицина документтарынан тыш билдәләнгән Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, яуҙа ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар, айырым ҡаҙаныштарға эйә һәм почетлы исемдәргә лайыҡ ветерандар, реабилитацияланғандар, хәрби хәрәкәт инвалидтары аласаҡ.
Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменконың хәбәр итеүенсә, социаль пенсиялар, категорияларға бәйле, 94,71 һумдан 631,39 һумға тиклем арттырыла. Был республикалағы 15 меңдән ашыу ветеранға ҡағыла.