Республикала яҙғы сәсеү эштәренә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 1 миллиард 600 мең һум аҡса тотоноу күҙаллана. Шуның 840 миллионы үҫемлекселеккә гектар күләменә ҡарап бирелә. Был маҡсатҡа март башынан 600 миллион һум самаһы күсерелгән. Ҡалған 240 миллионы – техникаға, 300 миллионы – һөткә, 80 миллионы – ужым культураларын туҡландырыуға, 110 миллионы орлоҡ алыуға тотоноласаҡ. Был хаҡта республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Быйыл да элиталы орлоҡ алыуға субсидия буласаҡ. Был йүнәлешкә 18 миллион 600 мең һум аҡса ҡаралған, шуның 15 миллион 300 мең һумы федераль ҡаҙнанан булһа, 3 миллион 300 мең һумы – республика бюджетынан.
Ужым культураларын туҡландырыуға тәғәйенләнгән минераль ашламалар гектарына 30 килограмдан ҡаралған. Субсидиялар апрелдең тәүге декадаһында күсерелә башлаясаҡ. Быйыл ауыл хужалығы культуралары исемлегенә бәрәңге менән һоло ла индерелгән. Ҡаты бойҙайға өҫтөнлөк бирелгән: былтыр тоннаһына 2 мең 562 һум ҡаралһа, быйыл – 6 мең 390 һум.
Ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуҙы субсидиялау дауам итә. Үткән йылда алынғаны өсөн күсә барған бурыс 200 миллион һум булһа, шуның 150-һе бөгөнгә түләнгән. Быйылға тәғәйенләнгән техниканың һанаулы булыуына ҡарамаҫтан, дүрт йөҙҙән ашыу төрөн һайлап алырға була.