Малсыларҙың кәйефе шәп29.03.2014
Малсыларҙың кәйефе шәп
“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының йәмәғәтселек менән эшләү буйынса кәңәшсеһе Юнир Солтанғужин оҙатыуында комбинаттың ярҙамсы хужалығына килгәндә, көтөүселәр малды ялан кәртәгә сығарып өлгөргәйне. Ҡышлатыуҙың яҡшы барыуын тоҫмалларға була, сөнки мал көр, ихатала тау-тау булып өйөлгән бесән эҫкерттәре, төргәк-төргәк булып ятҡан һалам бер-ике йылға етерлек.

Малсыларҙың кәйефе шәп15 кешегә эш урыны булдырған “Салауат” йәмғиәте малсылыҡ менән шөғөлләнә. Хужалыҡ комплексын етәкләгән Илһам Азаматов әйтеүенсә, бында барлығы 237 баш мал аҫрала, шуның 51-е – һауын һыйыры. Етештерелгән бөтә продукция комбинат эшселәрен туҡландырыу өсөн ашханаларға оҙатыла. Таусылар өсөн йыл әйләнәһенә өҫтәлдән ҡуйы һөт, ҡаймаҡ, ит ризыҡтары өҙөлмәй.
Әле хужалыҡта һыйырҙар күпләп үрсем биргән осор. Йыл башынан 30 быҙау алынған. Яңы тыуған малҡайҙарға йылы бүлмәләр әҙерләнгән, үҫә барған һайын быҙауҙар айырым урынға күсерелә бара. Көндәлек артым 600 – 650 грамм тәшкил итә, уларға витаминлы аҙыҡ, йәшел бесән бирелә.
Малсылар Спартак Байғужин, Винер Рәхмәтов, һауынсылар Фәйрүзә Игебаева, Гүзәл Ғасанова, быҙау ҡараусы Наталья Фомина үҙ эштәренә яуаплы ҡарай.
Хужалыҡ етәкселеге малды яһалма ҡасырыуға ныҡлы иғтибар бүлә.
– Бының ҡулайлы һәм отошло икәнлегенә хәҙер барыһы ла инана башланы, – ти хужалыҡ етәксеһе Илһам Ишбирҙе улы. – Икенсе йыл ошо ысул менән бөтә һыйырҙарҙан да быҙау алдыҡ. Белгестәрҙе саҡырып, кәңәшләшеп торабыҙ.
Эштәре көйлө барғас, кәйефтәре лә шәп малсыларҙың.



Вернуться назад