Хаҡтар, хаҡтар, ҡайҙа үҫәһегеҙ?29.03.2014
Былтыр Башҡортостанда аҙыҡ-түлектең төп төрҙәренә хаҡ байтаҡҡа артҡан. Ҡайһы бер тауарҙар быйыл да ҡиммәтләнеүен дауам итә.

Республика Хөкүмәте ултырышында Аҙыҡ-түлектең социаль төрҙәре баҙары конъюнктураһын күҙәтеү буйынса ведомство-ара комиссияһы ошондай хәлдең сәбәбен тикшерҙе.
— 2013 йыл йомғаҡтары буйынса, социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡ ярайһы уҡ күтәрелгән, — тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов. — Мәҫәлән, картуф 35,6, һуған — 25, йомортҡа — 26, һөт — 17-19, аҡ май — 20, дөгө — 17, арыш икмәге 10 проценттан ашыуға ҡиммәтләнгән. Быйыл ике ай эсендә лә хаҡ инфляция менән сағыштырғанда йылдамыраҡ артҡан.
Һөттөң ҡиммәтләнеүе иң бәхәсле һәм ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе булып сыҡты. Эксперттар әйтеүенсә, быға төрлө шарттар йоғонто яһай. Атап әйткәндә, ҡоролоҡ арҡаһында мал аҙығы ҡиммәтләнгән, ауыл етештереүселәре мал-тыуар һанын байтаҡҡа кәметкән. Һөҙөмтәлә сеймалға ҡытлыҡ тыуған, хаҡ күтәрелгән. Субсидиялауҙы бөтөрөүгә бәйле аграрийҙарҙың яғыулыҡҡа сығымы артҡан. Һөттөң һәм һөт ризыҡтарының ҡиммәтләнеү сәбәбен Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы билдәләйәсәк. Комиссия ағзалары шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуын тотҡарлауҙа дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеларының әһәмиәтен тикшерҙе. Билдәләнеүенсә, предприятиелар әлегә был бурысты үтәмәй. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, “Алексеевка” совхозында картуфҡа хаҡ был ризыҡты Төмәндән ташыған сауҙа селтәрҙәренең береһендәгегә ҡарағанда байтаҡҡа юғары. Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары хәлдең сәбәбен асыҡларға ҡушты.
Социаль әһәмиәтле ризыҡтар хаҡына анализ ай һайын яһаласаҡ, тине Рөстәм Мәрҙәнов.


Вернуться назад