Сәнәғәт, тәбиғәт…29.03.2014
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Өфөгә эш сәфәре менән килде. Уны аэропортта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Михаил Бабич Тулы хоҡуҡлы вәкил ҡарамағындағы советтың округта тәбиғәтте һөҙөмтәле файҙаланыу, тирә-яҡ мөхитте, урман хужалығын һаҡлау кеүек мәсьәләләргә арналған ултырышын алып барҙы.
– Беҙҙә сәнәғәт үҫешә, яңы предприятиелар барлыҡҡа килә. Был осраҡта, әлбиттә, экологияға ҙур хәүеф тыуа, – тине Михаил Бабич. – Шуға ла тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән закондар сығарыу, тирә-яҡ мөхитте ҡурсалауға, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә көс һалған, намыҫлы эшләгән субъекттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу бөгөнгө һөйләшеүҙең төп темаһы буласаҡ.
Сарала доклад менән республика башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Кәңәшмәлә шулай уҡ Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре, Федерация Советы ағзалары, Рәсәй Тәбиғи ресурстар министрлығы вәкилдәре, Советтың барлыҡ ағзалары ҡатнашты.

(Кәңәшмә хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте киләһе һанда уҡырһығыҙ).


Вернуться назад