Һәр тауар тиерлек ҡиммәтләнгән28.03.2014
Һәр тауар тиерлек ҡиммәтләнгән
Ҡайһы ғына баҙарға инһәң дә, йырып сыҡҡыһыҙ — кәштәләрҙән тауар ишелеп төшөргә тора. Ләкин был һис тә хаҡтары һәр кемдең кеҫәһенә таман тигәнде аңлатмай. Хаҡтар көндән-көн юғары үрмәләй. Еләк-емештең ҡиммәтлеген аңларға була әле, миҙгеле түгел. Шулай ҙа кисә генә түтәлдән өҙөп алғандармы ни — ҡуя беләләр ҙә һуң! Һөт аҙыҡтары, ярма, икмәк ризыҡтары, балыҡ хаҡтары ла бер-береһенән ҡалышмай. Ә йомортҡа инде күптән алтынға әйләнде. Аҡсаң булһа, һәр төрлө аҙыҡ-түлек мул, һайлап ала ғына күр.
Үҙәк баҙарҙағы ҡайһы бер аҙыҡ-түлектең хаҡына беҙ ҙә күҙ һалдыҡ.

Хәйер, баҙарҙағы хаҡ та һауа торошо һымаҡ үҙгәреп тороусан, шулай уҡ төрлө урында төрлөсә булыуы ла ихтимал.


Вернуться назад