Фермер ярҙамға өмөт итә ала28.03.2014
Фермер ярҙамға өмөт итә ала
Юлдыбай ауылында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү мәсьәләһе буйынса төбәк семинар-кәңәшмәһе булды. Һөйләшеүгә республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығышындағы райондарҙан крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ассоциацияһы рәйестәре, район хакимиәттәренең ауыл хужалығы идаралығынан мәғлүмәт-консультация үҙәге директорҙары һәм фермерҙар саҡырылғайны.

Ауыл мәҙәниәт йорто гөрләп торҙо. Фойела бай күргәҙмә ойошторолдо, унда "Йылайыр һөтө", "Далан" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, "Шәрипов", "Потапов" крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, "Матрай" кафеһы, шулай уҡ Яманһаҙ ауылы уңғандары етештергән продукция ҡуйылғайны.
Кәңәшмә урыны итеп ни өсөн нәҡ Йылайыр тарафтары һайланған? Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары бында ярайһы уҡ үҫешкән. Улар барыһын да уңышлы тормошҡа ашыра: күпләп мал аҫрай, халыҡҡа техника менән ярҙам итә, бүтән төрлө хеҙмәттәр күрһәтә. Мәҫәлән, бер туған Булатовтар инде нисәмә йыл яҡташтарын ғына түгел, күршеләрҙе лә йәшелсә менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә.
– Бөтәгеҙ ҙә беҙҙең иғтибар үҙәгендә, эшләгеҙ генә, – тине Азат Салауат улы. – Хөкүмәт тарафынан ярҙам мотлаҡ буласаҡ. Һәр төрлө грантҡа, субсидияға, ташламалы кредитҡа иҫәп тота алаһығыҙ. Әлбиттә, үҙегеҙ ҙә уяулыҡ, әүҙемлек тураһында онотмағыҙ.
Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллиндың белдереүенсә, төбәктәге иҡтисади үҫеш крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси ихаталар менән тығыҙ бәйләнгән, был өлкәне уларҙан тыш күҙ алдына килтереүе ауыр. Малсылыҡты үҫтереү – өҫтөнлөклө йүнәлеш, шул уҡ ваҡытта үҫемлекселек тармағында ла уңыштар етерлек. Ғаилә фермалары табышлы ғына эшләп килә, яңы ғына барлыҡҡа килгән фермер хужалыҡтарына аяҡҡа баҫыу өсөн етәкселек тарафынан ярҙам күрһәтелә.
Йылайыр – бик үҙенсәлекле район, бында һауа шарттары саманан тыш ҡырыҫ. Ейәнсура яғынан килгәндә "Ете бөгөл"дө күтәрелгәс тә айырма шунда уҡ һиҙелә. Әйтәйек, күршеләре тырмаға төшкәндә, йылайырҙар баҫыуға инә алмай әле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, фермерҙар тырыша, төрлө маҡсаттар ҡуйып, уны ғәмәлгә ашырыуға бар көсөн һала.



Вернуться назад