Иҡтисади хәл яҡшы28.03.2014
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Standard & Poor’s халыҡ-ара рейтинг агентлығының Мәскәү офисындағы “Төбәк һәм муниципаль финанстар” төркөмө директоры Борис Копейкин һәм төркөм аналитигы Екатерина Ермоленко менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Сарала республиканың финанс-иҡтисади үҫеше, төп сәнәғәт тармаҡтарының хәле, инвестиция йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, илдәге һәм донъялағы бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа республика үҙен ярайһы уҡ тыныс һәм ышаныслы тоя.
— Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса йөкләмәләребеҙҙе үтәйбеҙ. Республиканың иҡтисади именлеген һаҡлау, бурысҡа батмау өсөн алдыбыҙға ҡуйылған маҡсаттарға мотлаҡ өлгәшәсәкбеҙ, — тине төбәк башлығы.
Президент шулай уҡ республикалағы иҡтисади хәл, инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе, ҡаҙнаға һалым керемдәре, Рәсәй Президентының 2012 йылдың майындағы указдары үтәлеше тураһында ентекле һөйләне, рейтинг агентлығы вәкилдәрен ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы менән дә таныштырҙы.


Вернуться назад