Ағиҙелде иңләр караптар26.03.2014
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Төркиәнең “Altintas Group” (“Алтынташ групп”) компаниялар төркөмөнөң Директорҙар советы рәйесе Мәхмәт Кан менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

“Altintas Group” мәрмәр сығарыу, уны эшкәртеү һәм ташыу, шулай уҡ суднолар төҙөү менән шөғөлләнә. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, мәрмәр етештереүҙә ҙур мөмкинлектәргә эйә булған компания менән хеҙмәттәшлекте нығытыу Башҡортостанда ҙур ҡыҙыҡһынҡу тығҙыра. әынаһ тыш, суднолар эшләүгә бәйле йүнәлеш тә ылыҡтыра.
— Ҡалабыҙ һыу буйында урынлашҡан. Эләгерәк суднолар әүҙем йөрөһә, әле, йылғалар һайыҡҡанға күрә, улар кәмене. Шуға ҡарамаҫтан, Каспий, Ҡара диңгеҙҙәргә сығыу мөмкинлеге бар. Йылға транспоҙты ярҙамында ңеспубликала етештерелгән тауарҙы ташыу отошло булыр иөе, — тине республика башлығы.
— Беҙ — бер нисә быуын дауамында тап ошо йүнәлештә шөғөлләнгән өс ғаилә компанияһының береһебеҙ. Бөүөн Башҡортостанда йылға порты проектын тормошҡа ашырыу өсөн беҙҙә техник мөмкинлектәр, етерлек ҡеүәт бар. Тикшеренеү эштәрен, проектлау мәсьәләләрен үҙ иңебеҙгә алыр инек. Шулай уҡ белгестәребеҙҙе республикағыҙға ебәреп, тәбиғи таш сығарыу һәм эшкәртеү заводын төҙөргә мөмкин, — тине Төркиә компанияһы етәксеһе.
Осрашыуҙан һуң журналистар менән аралашыу барышында Мәхмәт Кан туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләренең тикшерелеүе хаҡында һөйләне. Шулай уҡ Башҡортостан Президенты менән әңгәмәлә ағас эшкәртеү заводын төҙөү, әҙер тауарҙы сит илдәргә һатыу темаһы күтәрелгән.


Вернуться назад