Торлаҡ алам тиһәң...25.03.2014
Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй Һаҡлыҡ банкы араһында торлаҡ төҙөлөшөн һаҡламдар системаһын файҙаланып финанслау хаҡында килешеү төҙөлдө.

Һаҡлыҡ банкы — әле ошондай документҡа ҡул ҡуйған берҙән-бер ойошма. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2014 йылдың 14 февралендәге 56-сы ҡарарында билдәләнгән талаптарға яуап биргән башҡа кредит учреждениелары менән дә ошондай уҡ договорҙар төҙөү күҙаллана.
Әлеге социаль проекттың маҡсаты — килеме уртаса булған кешеләр өсөн торлаҡ алыу мөмкинлеген арттырыу. Ул берлектә финанслау шарттарында тормошҡа ашырыла. Тәүге этапта граждандар торлаҡ хаҡының бер өлөшөн ҡаплау өсөн программала ҡатнашҡан банктарҙың береһендә асылған махсус иҫәптә аҡса йыя. Шул уҡ ваҡытта, һаҡлам күләменә ҡарап, республика ҡаҙнаһынан 30 процент премия өҫтәлә. Аҡса туплау осоро тамамланғас, программала ҡатнашыусылар йылына 6-7 процент өҫтәп түләү шарты менән ипотека кредиты алыу мөмкинлегенә эйә була.
Ошо рәүешле Башҡортостан төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә торлаҡ һатып алыуға тәүге иғәнә күләмен арттырырға ярҙам итә. Әлегә тиклем бындай эш Краснодар крайында ғына тормошҡа ашырылды.
Республикала яңы программа 1 апрелдән ғәмәлгә инә. Шул мәлдән алып Һаҡлыҡ банкы проектта ҡатнашырға теләгән кешеләрҙән ғариза ҡабул итә башлай. Программа партнерҙары иҫәбенә ингән башҡа кредит ойошмалары тураһындағы мәғлүмәттәр, республика Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәс, донъя күрәсәк.


Вернуться назад