“БашИнком” үҫтерә белә иген22.11.2011
“БашИнком” үҫтерә белә игенБашҡортостан ғалимдарының ауыл хужалығы уңышын арттырыусы технологиялары бөтә Рәсәйгә билдәле. Уларҙы йылдан-йыл киңерәк ҡулланалар. “Гуми”, “Фитоспорин” тигән препараттар менән хәҙер эре предприятиелар ҙа, фермер хужалыҡтары ла, ҡәҙимге баҡсасылар ҙа таныш.
Гуми үҫеште тиҙләтә, стресҡа ҡаршы тороусанлыҡты арттыра, бәшмәк ауырыуҙарына һәм бактерияларға бирешеүсәнлекте кәметә. Фитоспорин үҫемлектә бәшмәк һәм бактериялы ауырыуҙарҙы туҡтата, үҫентенең иммунитетын яҡшырта. Улар байтаҡ йылдар буйы Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының тәжрибә-етештереү хужалыҡтарында һынау үтте. Был препараттар нигеҙендә яңы биотехнологиялар эшләнде һәм ауыл хужалығы етештереүселәренә тәҡдим ителде.
Үҫемлекселек өсөн бик уңайлы килгән быйылғы йылда “БашИнком” ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Стресҡа сыҙам юғары уңышлы баҫыусылыҡ” тип аталған биотехнологияны Башҡортостандың туғыҙ районында һынап ҡараны. Тәжрибә баҫыуҙарында яҙғы һәм көҙгө бойҙай, арыш, тритикале, борсаҡ, кукуруз, шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы байтаҡҡа мул булды. Былтыр һынау һигеҙ райондың ун дүрт хужалығында үткәрелгәйне. Яңы технология хатта ҡоролоҡло шартта ла уңышты 16 – 94 процентҡа арттырҙы.
“Стресҡа сыҙам юғары уңышлы баҫыусылыҡ” технологияһын ҡулланыу һөҙөмтәләре Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының белгестәрен дә бик ҡыҙыҡһындыра.
Биотехнология тотоноуға һалынған һәр бер һум 3 – 10 һумлыҡ табыш бирә. Һауа торошо ауыл хужалығы өсөн уңайлы булһа ла, йыл ҡоро килһә лә, уның файҙаһы бәхәсһеҙ.
“Стресҡа сыҙам юғары уңышлы баҫыусылыҡ” технологияһы дүрт компонентлы комплекслы биопрепараттарға һәм биоактив ашламаларға нигеҙләнә. Егерме йыл буйы барған тикшеренеүҙәр барышында аҙ сығымдар менән юғары сифатлы уңыш һәм табыш бирә торған технология эшләнгән.
Быйыл Шишмә селекция үҙәгендә ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, көҙгө иген культуралары лабораторияһы мөдире В. Никонов етәкселегендә һынауҙар үтте. Башҡортостанда дөйөм ҡулланылған технология менән сағыштырғанда әлеге яңылыҡ орлоҡтоң шытыусанлығын 37 процентҡа, уңыштыҡын 21 проценттан ашыуға арттырҙы. Ҡулланылған биопрепарат хаҡы 450 – 550 һум булһа, өҫтәмә уңыш хаҡы 1550 – 2350 һум тәшкил итте. Шулай итеп, яңы технология юғары иҡтисади һөҙөмтә бирә.
“БашИнком” предприятиеһы ил агросәнәғәтенә ифрат отошло технологиялар тәҡдим итә. Уның эшмәкәрлеге төрлө кимәлдәге наградалар менән билдәләнә. Быйыл, мәҫәлән, предприятие етәксеһе Вячеслав Кузнецов “Йыл эшҡыуары-2011” республика конкурсында “Йылдың иң яҡшы новаторы” тигән номинацияла еңеү яуланы.
Ил агросәнәғәтенең мөһим тармағы булған үҫемлекселекте биотехнологияларға ҡоролған өр-яңы нигеҙгә күсереү тотороҡло мул уңыш алыуҙы, юғары рентабеллелекте, пестицидтар ҡулланыуҙы кәметеүҙе тәьмин итәсәк. “БашИнком” предприятиеһы үҙен Рәсәйҙә биотехнологияларҙы үҫтереү флагманы итеп танытырлыҡ дөрөҫ юл тапҡан.
Гөлсимә СӘЛИХОВА


Вернуться назад