Арзан кредит кәрәкме?22.03.2014
Башҡортостан Хөкүмәте түбән процент ставкаһы менән кредит алыу өсөн эшҡыуарлыҡ субъекттарын һайлау тәртибенә үҙгәреш индерҙе.


Атап әйткәндә, дәүләт ярҙамының ошо төрөнә дәғүә итеүселәргә документ тапшырыу юлы ябайлаштырылды. Әлегә тиклем эшҡыуар кредит алыу өсөн Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында яраштырыу этабы үтһә, бынан ары ул туранан-тура банкка мөрәжәғәт итәсәк. Минималь процент ставкаһы буйынса кредит алыу маҡсаттары исемлеге лә киңәйҙе. Документтарҙы 30 көн эсендә тапшырыу тураһындағы сикләү ғәмәлдән сығарылды. Кредит биреү срогы өс йылдан биш йылға тиклем оҙайтылды.


Вернуться назад