Әле лә Афғандан айырылмаған21.03.2014
Әле лә Афғандан айырылмаған
Афған һуғышында Ғафури районынан 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашып, уларҙың дүртәүһе яу ҡорбаны булды, байтағы орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Ҡарағай ауылында Асия менән Мөхәмәт Исхаҡовтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килә Әлфир. Урта мәктәптән һуң ДОСААФ-та БТР водителе һөнәрен үҙләштерә, унан бер аҙ колхозда эшләп ала,1987 йылдың апрелендә хәрби хеҙмәткә китә.
— Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында атайымдарҙы алты ай яу серҙәренә өйрәткәндән һуң ғына фронтҡа оҙатҡандар. Ә беҙҙе ҡабалан-ҡарһалан өс ай уҡыттылар ҙа Афғанға ебәрҙеләр. Хәрби йөктәрҙе, һалдаттар тейәлгән машиналарҙы һаҡлап йөрөү бурысы йөкмәтелгәйне, – тип хәтер йомғағын һүтә әңгәмәсем.
БТР водителе булып хеҙмәт иткән Әлфир Исхаҡовҡа Афған ерен арҡырыһынан буйына тиерлек иңләп сығырға тура килә. Үлем менән осрашып, аҙым һайын хәүеф һағалап торған урындарҙан йөрөүе бик еңелдән түгел. Афған ерендә ул тағы ла бер яҡташын, пехотала хеҙмәт иткән Үтәк ауылы егете Рәйес Йәрмиевте, осрата. Ауыр саҡта улар бер-береһенә терәк, таяныс була. Латыш, литва, эстон, үзбәк, тажик, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа милләт вәкилдәре үҙ-ара дуҫ, татыу, аңлашып хеҙмәт итә.
—Яңыраҡ Интернет селтәре ярҙамында Литвала йәшәгән бер хеҙмәттәшемде таптым, скайп аша һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Тик ул урыҫ телен онота башлаған. Балтик буйы илдәрендә күптән инде Рәсәйгә ҡарата бөтөнләй икенсе сәйәсәт алып барыла. Ә Афғанда саҡта милләт айырыу тигән нәмә булманы, – ти Әлфир Мөхәмәт улы.
Шулай бер мәл уларҙың колоннаһын дошмандар утҡа тота. БТР-ға колоннаны оҙатып, тейешле ергә имен-аман алып барып еткереү бурысы йөкмәтелгәнлектән, иптәштәренең ғүмерен һаҡлау өсөн үҙҙәрен тере ҡалҡан итеп дошманға ҡаршы алышалар. Оҙатып йөрөүсе ротаға, колонна үтеп бөтмәй тороп, бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә бойоролған. Пуля ямғыры аҫтында оҙаҡҡа һуҙылған атыш башлана. Әлфирҙең БТР-ы дошман утынан алға бара алмаҫлыҡ хәлгә килтерелә. Егет үҙе, миномет утына эләгеп, ауыр яралана. Һуғыш барышында ул терһәктән уң ҡулын юғалтып ҡына ҡалмай, уң яҡ күкрәге лә йәрәхәтләнә.
Ошо алышта күрһәткән батырлығы өсөн Әлфир Исхаҡов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Уны Ташкент ҡалаһындағы госпиталгә ебәрәләр. Хәле бер аҙ арыуланғас, Мәскәүгә – СССР Ҡораллы Көстәренең Үҙәк хәрби-диңгеҙ госпиталенә оҙаталар. Алты ай ятырға тура килә уға. Һаулығын бер аҙ нығытып, яралары уңалғандан һуң, күкрәгенә орден-миҙалдарын тағып, тыуған яғына ҡайтып төшә.
Күрше Юрмаш ауылы һылыуы Гөлйөҙөм менән өйләнешеп, һәүетемсә генә йәшәп алып китәләр. Йәш ғаилә Тольятти ҡалаһына барып төпләнә. Әлфир бында автомашиналар етештергән данлыҡлы “ВАЗ” предприятиеһында эшләй. Йәш парҙың мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Динә, Әлиә, улдары Әмир тыуа.
Сит яҡта нисек кенә һәйбәт булмаһын, тыуған нигеҙ барыбер үҙенә тарта. Исхаҡовтар ҙа 2006 йылда Красноусолға күсеп ҡайта. Ныҡыш, тырыш ғаилә үҙ эшен асып ебәрә. Бөгөн уларҙың Красноусол баҙары биләмәһендәге ”Фонтан” хужалыҡ тауарҙары магазинынан кеше өҙөлмәй. Гөлйөҙөм һатыусы булһа, Әлфир тауар хәстәрләй. Уңған ғаилә ҡасабаның Афған биҫтәһендә ҡыҙыл кирбестән ике ҡатлы йорт һалып инде.
— Үҙ-ара осрашып, аралашып торабыҙ. Красноусолда беҙҙең уртаҡ көс менән Афған яугирҙәре иҫтәлегенә обелиск төҙөп ҡуйылды. Хәҙер байрамдарҙа, иҫтәлекле көндәрҙә сәскә һалырлыҡ урыныбыҙ бар, – ти Афған яугире, булдыҡлы эшҡыуар.


Вернуться назад