Тирмән ауылындағы ике ҡатлы был өй әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп тора. Унда эшҡыуар Хажиморатовтар ғаиләһе йәшәй.
Ғаилә башлығы Йомаҙил ағай, һигеҙ класты тамамлағас, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡый. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ике йыл тракторсы булып эшләй.
— Мал тоттоҡ, әкренләп сауҙа эшенең нескәлектәренә төшөнә барҙыҡ, – тип һөйләй Йомағол ағай. – Тәүҙә ауылдаштарыбыҙға он килтереп һаттыҡ, был эш уңышлы килеп сыҡҡас, магазин асып ебәрҙек.
Хәләл ефете Альбина апай Шишмә районынан, һөнәре буйынса – бухгалтер. Тырыш ҡатын почтала ла эшләп алған, әле үҙен тулыһынса хужалығына, балаларға бағышлаған.
Ысынлап та, был йортта барыһына ла эш етәрлек. 12 баштан ашыу һыйыр малы, 20-ләп һарыҡ, хатта ҡуян да аҫрай улар. Хәләл көсө менән алған ике комбайны, ике тракторы, “КамАЗ” йөк машинаһы һәм башҡа ер эшкәртеү, бесән әҙерләү ҡорамалдары бар. “Таң” магазинына тауар килтереп, ауылдаштарын кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү ҙә Хажиморатовтарҙан күп көс, ваҡыт талап итә.
Өйҙәренә күҙ йүгертәбеҙ: бар ерҙә – таҙалыҡ, яҡтылыҡ. Ғаилә ағзаларының тырышлығы менән бөтә уңайлыҡтар булдырылған, йорт эсе заманса йыһазландырылған. Түрҙә балаларҙың “Уңыштар мөйөшө” эшләнгән. Бында егеттәрҙең фотолары, маҡтау грамоталары, кубоктары, миҙалдары ҡуйылған. Оло улдары Ридан бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. Бәләкәйҙән спортҡа ылыға, береһенә лә бил бирмәй, көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы, Рәсәй призеры булған. Вилдан менән Фидан да ағаларынан ҡалышмай: улар ҙа — район һәм республика ярыштары еңеүселәре. Ә кескәйҙәре Филат балалар баҡсаһына йөрөй. Бер аҙ үҫә төшкәс, ул да ағалары кеүек ҡыйыу, көслө көрәшсе булыр әле.
— Улдарыбыҙҙа туғанлыҡ тойғоһон, ғаиләгә ҡарата һөйөүҙе бәләкәйҙән тәрбиәләрәгә тырышабыҙ. Буш ваҡытты бергә үткәрергә ынтылабыҙ. Уларҙы дәртләндерер, ярҙам итер өсөн ярыштарға ла бергәләп йөрөйбөҙ, — тип әңгәмәгә ҡушыла Альбина Рәшит ҡыҙы.
Хажиморатовтар ғаиләһенең тырышлығына, һүнмәҫ рухына һоҡланып та, бер аҙ аптырап та ҡуяһың.
— Күңелеңә, йөрәгеңә ятҡан шөғөл табырға кәрәк. Яратҡан эш — ярты бәхет, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Шулай уҡ ғаиләлә бер-береңде аңлап, ихтирам итһәң, уңыш йылмайырға ғына тора, — ти уңған хужабикә.