Йыл һайын Өфө ҡалаһында "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" республика конкурсы була. Юғары ойоштороу һәләтенә эйә, эшҡыуарлыҡта уңыштарға өлгәшкән етәксе ҡатын-ҡыҙ сыға был бәйгегә. Шундайҙарҙың береһе — Ишембай ҡалаһынан Зилә Бибакова менән ныҡлап аралашырға тура килде. Ул "Бизнес-асыш" номинацияһында еңеп сыҡты.
Тормош кешеләргә төрлө һынау ебәреп тора. Зилә лә ике бала менән эшһеҙ, яңғыҙы тороп ҡала. Әммә балаларының — ике бөртөк күҙ нурҙары Динә менән Гөлшаттың — киләсәге хаҡына үҙенә оло маҡсат ҡуйып, уны донъяға ашырырға көс таба. Тәүҙә Кинйәбулат ауылында колхоздан ҡалған иҫке генә икмәкханала эш башлай. Икмәк ризыҡтарына ихтыяж ҙур икәнлеген күргәс, дәртләнеп эшкә тотона. Артабан Зилә Хәйбулла ҡыҙы Ишембай ҡалаһына күсеп килә һәм "Ауылса икмәк" исемле икмәкхана асып ебәрә.
— Һәр ризыҡҡа күңел йылыһын һалабыҙ, — ти ул. — Оҫталыҡ ниндәйҙер технология менән икмәк бешереү серен белеүҙе генә түгел, аҙыҡ-түлеккә оло хөрмәт менән ҡарауҙы, уны йәшәү нигеҙе тип баһалауҙы талап итә. Коллективыбыҙҙа осраҡлы кешеләр юҡ, үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән, изге уйлы, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр генә эшләй. Уларҙың икмәкте тәмһеҙ бешереүе мөмкин түгел.
Коллектив ҙур түгел, әммә 20 төрлө икмәк ризығы ҡаланың бер нисә магазинына һәм ауылдарға ебәрелә.
Икмәкте тағы ла сифатлыраҡ бешереү өсөн лизинг компанияһы аша урындағы етәкселектең ярҙамы менән икмәк бешереү мейестәре алғас, эштәре тағы ла алға китә. Был йәһәттән эшҡыуар район хакимиәтенә рәхмәтле. Төрлө семинарҙарҙа ҡатнашып, кисәге ябай ауыл ҡыҙы етәкселек серҙәренә төшөнә, баҙар шарттарында юғалып ҡалмаҫҡа, үҫергә, камиллашырға ынтыла.
Шуныһы һөйөнөслө: Зилә Хәйбулла ҡыҙы балаларына үҙе ҙур өлгө. Динә менән Гөлшат әсәләренең эшҡыуарлыҡ өлкәһендә иң ҙур ярҙамсылары — икеһе лә юғары юридик белем алғандан һуң төрлө өлкәлә хоҡуҡ белгесе булып эшләй. Кесеһе ситтән тороп Санкт-Петербург дәүләт университетында икенсе юғары белем алырға ла өлгөрә. Әсәле-ҡыҙлы Бибаковаларҙың өсөһө лә — заманса ҡарашлы, тормошта үҙ юлын тапҡан көслө рухлы гүзәл заттар.