Былтыр республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары күрһәткән хеҙмәт күләме алдағы йылдағынан 5,9 процентҡа күберәк булған, табышһыҙ эшләгән предприятиелар һаны элеккесә ҡалып, 10 процент тәшкил иткән, хеҙмәт хаҡы 14 процентҡа артҡан. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының киңәйтелгән ултырышында министр урынбаҫары Юрий Кислицин ошо хаҡта һөйләне.
Артабан тармаҡ эшсәндәре, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары алдында торған төп мәсьәләләр билдәләнде.
Республиканың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Замалетдинов муниципаль органдарҙың ошо йүнәлештәге хеҙмәте, идарасы компанияларҙың эшмәкәрлегенә лицензия биреү хаҡындағы федераль закон проекты тураһында бәйән итте, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең профсоюз рәйесе Андрей Хохлов хеҙмәттә законлылыҡты һаҡлау зарурлығы, шулай уҡ үҙе етәкселек иткән ойошмала ағзаларҙың кинәт кәмеүе хаҡында белдерҙе.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.