Һалым түләүселәр иғтибарына!21.03.2014
Һалым хеҙмәте һалым түләүсе граждандар өсөн 11 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем, 12 апрелдә иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 3-кә тиклем Асыҡ ишек көндәре уҙғара.

Сара барышында һалым органы белгестәре кемдәргә милеккә һалым декларацияһын тапшырыу кәрәклеге, уның срогы, һалым ҡайтармаһын алыу, Федераль һалым хеҙмәтенең онлайн-хеҙмәттәрен файҙаланыу алымдары тураһында һөйләйәсәк. Килемгә һалым буйынса бурыстың булыу-булмауы, декларация тапшырыу йөкләмәһе хаҡында ла төплө мәғлүмәт алырға мөмкин.
Теләге булған һәр кем урында декларация тултырып тапшыра ала. Тик үҙең менән кәрәкле документтарҙы алып килергә кәрәк.


Вернуться назад