Торлаҡлы булам тиһәң...19.03.2014
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе федераль фондтың ер участкаларында һалынған эконом класлы торлаҡ алыуға хоҡуҡлы граждандарҙың исемлеген төҙөү тәртибе раҫланды.

Ошондай хоҡуҡҡа эйә булған кешеләр өсөн ғаризаны дөрөҫ тултырыу, тейешле документтарҙы тапшырыу мөһим. Бынан тыш, шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ, ғаризаны һәм уға теркәлгән документтарҙы ҡабул итеү, ғаризаны теркәү кенәгәһе формалары, уны тултырыу тәртибе билдәләнде.
Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең сайтында ентекле мәғлүмәт бирелгән.


Вернуться назад