Аҙыҡ-түлек ни хаҡ?18.03.2014
Былтыр Башҡортостанда аҙыҡ-түлектең минималь йыйымы хаҡы 9,2 процентҡа артып, декабрҙә 2623,47 һумға еткән.

Ил буйынса уртаса алғанда был күрһәткес 2849,08 һумға тиң. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында ошондай мәғлүмәт бирелде.
— Волга буйы федераль округындағы 14 төбәк араһында республикабыҙ төп аҙыҡ-түлектең хаҡы буйынса йыл дауамында урталыҡта килде, — тине комитет рәйесе урынбаҫары Гүзәл Аҫылова.
“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр республикала инфляция 6 процент тәшкил иткән. Был Рәсәй, шулай уҡ Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестән түбәнерәк. Башҡортостан инфляция буйынса округта 13-сө урынды биләй, беҙҙән Һамар өлкәһе генә ҡалыша. Иң юғары күрһәткес Киров өлкәһендә — 107,3 процент.


Вернуться назад