Дәүләт бурысының артыуы ихтимал18.03.2014
Бюджет килемдәре үҫешен тотҡарлаған үҙенсәлектәр һаҡланып ҡалған осраҡта 2016 йыл аҙағына Башҡортостандың дәүләт бурысы 30 миллиард һумға етәсәк. Республиканың Финанс министрлығындағы киңәйтелгән коллегия ултырышында ведомство башлығы Рида Собханҡолова ошо хаҡта хәбәр итте.

— Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауҙарына ярашлы, өс йылда эш әүҙемлегенең артыуы көтөлмәй. Һөҙөмтәлә республиканың дәүләт бурысы 2016 йыл аҙағынаса 30 миллиард һумға етәсәк, — тине финанс министры. — Был күрһәткес Бюджет кодексы менән билдәләнгәндән өс тапҡырға түбәнерәк һәм бөтә нормативтарға тап килә. 25 миллион АҠШ доллары күләмендәге тышҡы бурыс былтыр декабрҙә тулыһынса ҡапланды. Әле Башҡортостандың сит ил валютаһындағы йөкләмәһе юҡ.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, беҙ аҙ бурыслы 20 төбәк иҫәбенә инәбеҙ. Муниципаль бурыс күләме — 9 миллиард һумдан ашыу, уның 96 проценты Өфөгә тура килә. Баш ҡалала ул Бюджет кодексы менән билдәләнгән сиккә еткән тиерлек. Бюджет аҡсаһы етмәгән шарттарҙа сығымдарҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу мөһим, был йәһәттән дәүләт программаларын эшләү һәм тормошҡа ашырыу ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов.


Вернуться назад