Баш ҡаланың Дим районындағы “Локомотив” спорт комплексында яңы бассейн асылды.
Төҙөлөштөң бағыусыһы — Өфөләге фитнес үҙәктәре селтәре. Тантанала ҡала хакимиәте башлығы, башҡарма власть вәкилдәре һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты. Ирек Ялалов билдәләүенсә, һуңғы ике йылда Дим районында байтаҡ социаль объект сафҡа индерелде, шәхси капитал әүҙем йәлеп ителә.
— Өфөлә эшҡыуарлыҡ инвестицияһы иҫәбенә ун бассейн төҙөлөп бөтөп килә. Бөгөн беҙ бағыусылар ярҙамы менән ғәмәлгә индерелгән ошондай объекттарҙың тәүгеһен асабыҙ. Әлеге ярты йыллыҡта тағы ла ике ҙур бассейнды сафҡа индереү күҙаллана, — тине хакимиәт башлығы.
Төҙөүселәр әйтеүенсә, Дим районындағы бассейн, өр-яңы ҡорамалдар һәм таҙартыу системалары файҙаланылғанға күрә, заманса талаптарға яуап бирә. Бында шулай уҡ кейем алмаштырыу, душ бүлмәләре, музей, спорт һәм тренажер залдары бар.