Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығы хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостанда дүрт күперҙе һәм бер юл үткәргесте төҙөкләндереү күҙаллана.
Бынан тыш, ете һыу үткәргес торбаны йүнәтеү, 23 саҡрымлыҡ юл япмаһын яңыртыу ҡарала. Идаралыҡ етәксеһе Радмир Ваһапов әйтеүенсә, 2014 йылда 7,4 миллиард һумлыҡ эш башҡарыу бурысы ҡуйылған. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 1,5 процентҡа күберәк.
Айырым маҡсатлы федераль программала ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыу Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Һөҙөмтәлә юл селтәренең сифаты яҡшырасаҡ, иҡтисадтың етештереү мөмкинлеге киңәйәсәк. Өҫтәүенә программа автотранспорт хәрәкәте өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға, фажиғәләр һанын кәметеүгә йүнәлтелә.