Алға китеш бар15.03.2014
Алға китеш бар
Федераль юл агентлығының "Һамар — Өфө — Силәбе" автомобиль магистрале идаралығы етәксеһе Радмир Ваһапов Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында, учреждениеның 2013 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

— Идаралыҡ ҡарамағына Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур өлкәһе аша үткән дөйөм файҙаланыуҙағы 900 саҡрымлыҡ федераль юл инә, — тине Радмир Зауил улы. — Ошо юлдың 22 проценты норматив талаптарға яуап бирә.
Әйткәндәй, бында йәмғеһе 81 күпер, 885 дана һыу торбаһы урынлашҡан, асфальт-бетон түшәлгән. Тәүлегенә магистралдән 15 — 72 мең самаһы автомобиль үтә.
Федераль юл агентлығы 2013 йылға 7,3 миллиард һумлыҡ бюджет йөкләмәһен раҫлағайны. Элгәре йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес 26 процентҡа юғарыраҡ. Юл эштәре программаһына ярашлы, былтыр 275 саҡрымлыҡ, шул иҫәптән республика биләмәһендә 216 километрлыҡ юл төҙөкләндерелде. Капиталь ремонтҡа 406 миллион һум самаһы аҡса бүленде. Ул тулыһынса үҙләштерелде. Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондарында өс объект сафҡа индерелде, өс етештереү базаһы капиталь төҙөкләндерелде. Дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлы селтәрен тәртиптә тотоу йәһәтенән былтыр 687,5 миллион һум үҙләштерелде.
2011 йылда автоматлаштырылған метеотәьминәт һәм видеокүҙәтеү системаһы ғәмәлгә индерелә башланы. Әле 24 метеосистема ҡуйылды. Яҡынса алғанда, улар 30 саҡрым һайын урынлашасаҡ. Ул һауа температураһын, юл япмаһы өҫтөнөң температураһын, ысыҡ күләмен, елдең тиҙлеген, йүнәлешен, дымлылыҡ, яуым-төшөм хаҡында хәбәр итәсәк. Алынған мәғлүмәт эшкәртелеп, Интернет аша идаралыҡтағы белгестәрҙең компьютерына, шулай уҡ подряд ойошмаларына тапшырыла. Был юл селтәренең торошон даими күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Транспорт комплексындағы төп бурыстарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында идаралыҡ проект документтарына алдынғы технологияларҙы, материалдарҙы индерә. Инновациялы эшмәкәрлекте үҫтереү йәһәтенән юл япмаһының хеҙмәт итеү ваҡытын арттырыу, хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү технологияларына ҙур иғтибар бирелә.
Учреждение хеҙмәткәрҙәре объекттарҙың сифатын һаҡлау маҡсатында төҙөлөш материалдарын даими контролдә тота, эш барышында тыуған мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү буйынса сара күрә. Подряд ойошмаһы теге йәки был эште башҡарыу ваҡытын үтәмәгән, сифатты һаҡламаған осраҡта штраф һалына.
Быйылға бурыстар байтаҡ. Мәҫәлән, дүрт күперҙе һәм юл үткәргесте, ете һыу торбаһын төҙөкләндереү, 23 саҡрымлыҡ юл япмаһын алмаштырыу, шулай уҡ дүрт объектты, яһалма ҡоролмаларҙы реконструкциялауҙы тамамлау күҙаллана. Ошо маҡсатҡа бүленгән 7,4 миллиард һум аҡса үҙләштереләсәк.


Вернуться назад