Изге эштең иртәгәһе яҡшы14.01.2012
Изге эштең иртәгәһе яҡшыШаранбаш-кенәздәр тормоштарын йәмләндереүҙә, ауылды төҙөкләндереүҙә күп мәсьәләләрҙе үҙ көстәре менән хәл итәләр.
— Закон тарафынан үҙебеҙгә бирелгән вәкәләттәрҙе файҙаланып, халыҡтың тормош-көнкүрешенә бәйле күп кенә мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итергә тырышабыҙ, — тип һөйләй Шаран районының Мичурин ауылы биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәре Әлфинә Низаева. — Әлбиттә, халыҡтың ҡатнашлығынан башҡа иңебеҙгә йөкмәтелгән күп бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуы ҡыйын булыр ине. Был йәһәттән ауыл старосталарының эше мөһим. Улар — иң яҡын ярҙамсыларыбыҙ. Хакимиәт башлығы ла һәммәһенең инициативаһын күтәреп алырға, изге башланғыстарында ярҙам итергә әҙер тора. Айырыуса Шаранбаш-Кенәз ауылы старостаһы Фиҙрәт Лотфуллиндың эшмәкәрлеге иғтибарға лайыҡ. Ул кешеләр күңеленә юл таба белә. Уның әүҙемлеге һөҙөмтәһендә төҙөкләндереүгә, һыу менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе урындағы халыҡ үҙ көсө менән хәл итә башланы. Беҙ Фиҙрәт Сәйфулла улын хаҡлы рәүештә “хакимиәттең штаттан тыш хеҙмәткәре” тип йөрөтәбеҙ.
Шаранбаш-Кенәз — райондағы боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Тарихи сығанаҡтарҙан белеүебеҙсә, ауылға өс быуат тирәһе элек Ҡырйылан башҡорттары нигеҙ һалған. Тәүҙә Кенәзевтәрҙең өс ғаиләһе бында килеп урынлаша. Улар башҡорт аҫабалары булған, шуға ер алғанда өҫтөнлөктән файҙаланған. ХVIII быуатта ауыл башҡа төбәктәрҙән күсеп килеүселәр иҫәбенә ҙурая. 1953 йылғы ревизияла халыҡтың һаны 635 кешегә етә, шуларҙың 246-һы үҙҙәрен аҫаба башҡорттар тип яҙҙыра.
Шаранбаш-кенәздәр үҙҙәренең ырыуын, сығыштарын һәм тарихи үткәнен онотмай. Бөгөн бында 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Төҙөк, матур йорттар ике урам булып теҙелеп ултыра. Ауыл халҡы күптән кинәнеп “зәңгәр яғыулыҡ”тан файҙалана. Үкенескә ҡаршы, баҙар иҡтисадына күсеү йылдарында был яҡтарҙағы Мичурин исемендәге совхоз бөтөнләй тарҡалған. Әммә тырыш һәм эшсән халыҡ шәхси хужалыҡтарын үҫтереп, ишле мал һәм ҡош-ҡорт аҫрап, етеш тормошта йәшәргә ынтыла.
— Мин үҙем 35 йыл мәктәптә уҡыттым. Хаҡлы ялда булһам да, ауыл тормошона, Шаранбаш-Кенәздең бөгөнгө яҙмышына битараф түгелмен. Йәшәгән төйәгебеҙҙе төҙөкләндереү һәм матурлау өсөн кемдер юл башлап йөрөргә тейеш. Шул бурыс ауыл старостаһы иңенә төшә лә инде. Халыҡ үҙе миңә был эште ышанып тапшырҙы, — ти педагогик хеҙмәт ветераны, территориаль йәмәғәт үҙидараһы рәйесе Фиҙрәт ағай Лотфуллин.
— Шулай ҙа ҡайһы саҡ йәшәү рәүешенең ҡырҡа үҙгәреүе, күмәк хужалыҡтың юҡҡа сығыуы әсендереп ҡуя, — тип үҙ ҡарашын белдерҙе ауыл старостаһы. — Совхоз дәүерендә Шаранбаш-Кенәздә тормош гөрләп тора ине. Хужалыҡтың иң ҙур фермаһы ла беҙҙә урынлашҡайны. 3 мең гектар һөрөнтө еребеҙ булды. Хәҙер шуларҙан нимә ҡалды? Ауылдағы берҙән-бер фермер Рәмил Мөтиғуллин, ярай, быйыл 200 гектарҙа иген үҫтерҙе. Ә ҡалған ер эшкәртелмәйенсә буш ята. Фермала ла күптән тынлыҡ хөкөм һөрә. Әлдә шәхси хужалыҡтарҙың нигеҙе ныҡлы ғына, күптәр 90-сы йылдарҙа район фондынан 3-әр гектар ер алып ҡалды. Минең дә ерем бар. Күп йыллыҡ үлән уңышын йәй ике тапҡыр бесәнгә сабып алам. Мал үрсетеүҙән тыш ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәм. Умарталарҙы 80 башҡа еткерҙем. Бал етештереп һатыуҙан табыш та мул ғына инә. Минән күреп, башҡалар ҙа шул кәсепкә тотондо.
Ләкин бөгөнгө йәштәр ерҙә эшләргә атлығып тормай. Шаранбаш-Кенәздә лә ауылдың ҡартайыуы күҙгә ташлана. Ветерандар советы рәйесе Фәймә апай Хәбибуллина әйтеүенсә, әлеге көндә халыҡтың яртыһын тиерлек пенсионерҙар тәшкил итә. Ике йыл элек, балалар аҙ тигән булып, туғыҙ йыллыҡ мәктәпте башланғыс уҡыу йорто итеп ҡалдырғандар. Хәҙерге көндә 15 – 16 бала үҙ мөхиттәренән айырылып, Мичурин ауылына йөрөп уҡырға мәжбүр. Уларҙы илтергә автобус биреүҙәре генә ата-әсәләрҙең күңелен йыуата.
— Ләкин совхоз тарҡалды, халыҡ эшһеҙ ҡалды, тип зарланып ятыуҙан фәтүә юҡ, — ти Фиҙрәт Сәйфулла улы. — Мин шуны яҡшы төшөндөм: ауылдың йәшәйешенә ҡағылышлы күп социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Хөкүмәттең дә, муниципаль властың да мөмкинлеге сикләнгән. Социализм дәүерендәге кеүек бер кем дә бушлай килтереп бирмәйәсәк. Халыҡтың үҙенә тормошҡа ҡарашын үҙгәртергә, инициатива күрһәтергә кәрәк. Бына беҙ һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһендә сығымдарҙы үҙебеҙ финансларға булдыҡ. Халыҡтан йыйылған аҡсаға ҙур ғына күләмдә ремонт эштәрен башҡарҙыҡ. Башта һыу скважинаһы торбаһын алмаштырҙыҡ, шунан яңы насос алып ҡайтып ҡуйҙыҡ. Бөгөн ауылға һыу биреүҙә өҙөклөк булғаны юҡ. Шул эштәргә 30 – 40 мең һумға яҡын аҡса тотонғанбыҙҙыр. Элекке ваҡыттағы кеүек ремонтҡа аҡса һорап, хакимиәткә йүгермәйбеҙ.
Шулай халыҡ ҡатнашлығында иң сетерекле эш — ауылды һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителгән. Үҙ көстәренә ышанған шаранбаш-кенәздәр тағы бер яҡшы башланғыс менән сығыш яһаған. Йыйылыш үткәреп, улар ауылда территориаль йәмәғәт үҙидараһын төҙөргә ҡарар иткән. Уға биш кеше ингән.
— Халыҡ менән кәңәшләшеп, йәнә бер изге эшкә тотонорға булдыҡ. Зыяратты кәртәләп алыу тураһында һүҙ беркеттек, — ти староста. — Бының өсөн һәр йорттан берәр мең һум йыйҙыҡ. Ауылдан сыҡҡан, әлеге көндә ситтә көн күргән 30 – 40 кеше лә хәлдәренән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Беҙҙең башланғысты хуплап, ауыл хакимиәте 130 мең һум аҡса бүлде. Шул суммаға материалдар алдыҡ. 4–5 кешенән бригада төҙөп, зыяраттың ҡоймаһын яңырттыҡ. Бер аҙ материал, күпмелер аҡса ҡалғайны, ауыл халҡы кинәнеп эскән көмөш һыулы оло шишмәбеҙҙе төҙөкләндерҙек. Бының өсөн урындағы үҙидараға бөгөн барыһы ла рәхмәт уҡый.
Шаранбаш-Кенәз ауылы халҡы, кемдер килеп, йорттарында тәртип урынлаштырғанын көтөп ултырмаған, үҙҙәре ең һыҙғанып эшкә тотонған. Беҙ тағы шуны иғтибарға алдыҡ: урындағы үҙидара рәйесе закондарҙы, республика һәм ил кимәлендә ҡабул ителгән һәм ғәмәлгә ашырылған социаль программаларҙы яҡшы белә.
— Үҙебеҙ йәшәгән Туҡай урамындағы юлды күтәртергә, ҡырсынташ түшәргә ине, — ти ул. — Йорт башынан берәр мең һум аҡса йыйып өлгөргәйнек. Урындағы бюджеттан аҡса бүлеү мәсьәләһен дә күтәрҙек. Район хакимиәтенә лә ярҙам һорап барҙыҡ, бәлки, экскаватор бирербеҙ, тигәйнеләр. Ләкин шул эш алдағы йылға ҡалды. Беҙ “Ауыл юлдары” тигән федераль программа барлығын да беләбеҙ, ләкин ул район әһәмиәтендәге юл төҙөлөшөнә ҡағыла, шуға күрә урамды барыбер үҙебеҙгә ҡарарға тура киләсәк. Тағы “Таҙа һыу” федераль программаһы хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Шуға эләгергә уйлайбыҙ. Шаранбаш-Кенәздә, иртәме-һуңмы, ике километр оҙонлоғонда һыу торбаһын яңыртыу талап ителә, сөнки ул 70-се йылдарҙа уҡ һалынған. Тик тәүҙә 500 мең һум аҡса табып, төҙөлөштөң проектын әҙерләргә кәрәк. Муниципаль власть беҙгә эшлекле ярҙам ҡулы һуҙһын, шул пландар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын инде, тибеҙ.
Бына шулай яҡты һәм матур өмөттәр менән йәшәй ауыл старостаһы. Берҙәм көс менән Шаранбаш-Кенәздә был проблемаларҙы ла хәл итеү юлдарын табырҙар тип ышанғы килә.
— Әлдә беҙҙең бәхеткә ауылда Фиҙрәт бар. Ул һәр эштә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуҙан ҡурҡып тормай. Шундай староста булғанда ауылыбыҙҙың киләсәге хаҡында ла ауыҙ тултырып һөйләргә мөмкин. Уның өлгөһөндә беҙҙең халыҡ үҙенең тормошон шулай йәмләргә тырыша, — тине беҙгә ауылдың әүҙем кешеһе Фәймә апай Хәбибуллина.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Шаран районы.


Вернуться назад