Стәрлетамаҡ: йыл ҡыуандырманы14.03.2014
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы сайтында урынлаштырылған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республикала сәнәғәт етештереүе былтыр ғинуар – декабрҙә – 102,3, декабрҙә 100,7 процент тәшкил иткән. Эшкәртеүсе тармаҡтарҙа был күрһәткестәр – 102,3 һәм 101,6 процент. Химия предприятиеларында иһә етештереү ҡырҡа кәмегән – 89,3 һәм 90,5 процент.

Стәрлетамаҡ республикала сәнәғәт ҡеүәттәре буйынса Өфөнән ҡала икенсе урынды биләй. Күптән түгел предприятиеларҙың былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһанылар. Сәнәғәт етештереүе бер йылда 7,4 процентҡа кәмеп (2012 йылда – 105,1), 97,7 процент тәшкил иткән, тип яҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзите. Химия һәм нефть химияһы предприятиелары һәр ваҡыттағыса алда, улар 2013 йылда 45,5 миллиард һумлыҡ тауар етештергән. Был ҡалалағы эшкәртеүсе предприятиелар продукцияһының өстән ике өлөшөнә торошло.
“Башҡортостан сода компанияһы”ның (былтыр апрель башында берләштерелгән “Сода” һәм “Каустик” берекмәләре хәҙер шулай атала. – Ә. М.) етештереү ҡеүәте ҡырҡа артҡан. Компанияның генераль директоры Ан Ен Доктың һүҙҙәренә ҡарағанда, берләшеү сеймал һәм ҡулланыусылар эҙләп табыуҙы, ҡалдыҡтарҙы утилләштереүҙе еңеләйткән. Бөгөн предприятие Рәсәйҙә эшләп сығарылған поливинилхлорид ыҫмалаларының – өстән ике өлөшөн, кальцийлаштырылған соданың – яртыһын, ә натрий бикарбонатын тулыһынса бер үҙе етештерә. Ойошма быйыл инвестиция проекттарына 2,7 миллиард һум йүнәлтергә йыйына, сығымдарҙың 1 миллиарды иҫкергән ҡорамалдарҙы яңыртыуға тотоноласаҡ.
“Төҙөлөш материалдары” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн дә 2013 йыл уңышлы тамамланды, тип дауам итә гәзит. Бында етештерелгән продукция Европа стандарттарына тап килһен өсөн ҡорамалдарҙы яңыртыуға, камиллаштырыуға сығымдарҙы йәлләп тормайҙар. Оборона-сәнәғәт комплексын яңыртыуға федераль маҡсатлы программанан бүленгән сығымдар “Авангард” предприятиеһына етештереү мөмкинлектәрен арттырырға ярҙам итә. 671 миллион һумдың бер өлөшөн предприятие былтыр алғайны, ҡалғаны алдағы ике йылда килеп етәсәк. “Ҡыҙыл пролетарий” асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә былтыр тотороҡло үҫешкә өлгәшеүселәр исемлегенә ингән. Коллектив бер йылда етештереү күләмен ике тапҡырға арттырған.
Ә бына “Синтез-Каучук” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә продукция эшләп сығарыу 10 процентҡа кәмегән. Предприятие менеджерҙары сеймалға хаҡтың юғарылығына, ҡулланыусыларҙың тотороҡһоҙлоғона зарлана. Бында инвестиция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнмәйҙәр, үҫеш перспективалары билдәһеҙ. Эш хаҡы ла түбән, шуға күрә эшселәр генә түгел, хатта юғары звено белгестәре лә йыш алмашына.
“Стәрлетамаҡ төҙөлөш машиналары” предприятиеһында ла етештереү күләме 89,6 процент ҡына. Төп сәбәп заводтың продукцияһын даими ҡулланған төньяҡ төбәктәрҙә төҙөлөш индустрияһының хәле насарайыуы булһа, икенсеһе – ошондай уҡ машиналарҙы Ҡытайҙа ла сығарып, етди конкуренция тыуҙыралар. Машина эшләүселәр киләсәктә продукция төрҙәрен күбәйтергә, замансараҡ техника етештереүгә иҫәп тота.
Ҡаланың вагондар йүнәтеү, станоктар эшләү предприятиелары коллективтары өсөн дә 2013 йыл ҡыуаныслы түгел. Тәүгеһендә эш хаҡы кәмеп, штатты ҡыҫҡартырға мәжбүр булғандар.
“Стерлитамакский рабочий” эшсе һөнәренең абруйына ла урын биргән. Баҡһаң, беҙ был йәһәттән Көнбайыштан артта ҡалабыҙ. Былтыр Германияла эшсе һөнәрҙәре буйынса уҙғарылған халыҡ-ара чемпионатта рәсәйҙәр Чили, Кувейт, Оман кеүек дәүләттәр менән һуңғы урындарҙы уртаҡлашты. Был беҙҙең ашнаҡсылар, слесарҙар һәм йәбештереүселәр әҙерлекһеҙ тигәнде аңлатмай, сөнки аранан иң яҡшылар һайлап алынды. Хикмәт юғары әҙерлекле эшселәр тәрбиәләмәүҙә, уларҙың алдынғы технологияларҙы белмәүендә.
“Стерлитамакский рабочий” гәзите мәғлүмәттәрен файҙаланып,
Ә. Мөхәмәтов әҙерләне.


Вернуться назад