Йәшелсәгә хаҡ артҡан14.03.2014
Йыл башынан алып Башҡортостанда аҙыҡ-түлек 2,6 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Хаҡ күбеһенсә йәшелсәгә артҡан. Мәҫәлән, ғинуар-февралдә картуф — 30,1 процентҡа, кәбеҫтә һәм һуған — 1,4, ҡыяр, кишер, сөгөлдөр 1,2 тапҡырға ҡиммәтләнһә, помидор 9,2 процентҡа арзанайған. Уҙған айҙа һөт, эремсек, шәкәргә хаҡ — 1,2—2,8, араҡыға 2,7 процентҡа үҫкән. Шул уҡ ваҡытта ҡош, сусҡа ите, бойҙай оно, туҡмас ризыҡтары, көнбағыш майы, йомортҡа, киреһенсә, арзанайған. Хеҙмәттәр өлкәһендә эҫе һыуға хаҡтың 12,8 процентҡа, ерләү хеҙмәтенең айырым төрҙәренә 12,7 процентҡа артыуы күҙәтелгән. Инфляция февралдә — 0,6, йыл башынан алып 1,4 процент тәшкил иткән.


Вернуться назад