Медицинаның сифаты яҡшырасаҡ14.03.2014
Быйыл Башҡортостан федераль ҡаҙнанан юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә сығым йөкләмәһен финанслауға 103 287,7 мең һумлыҡ субсидия ала.

Рәсәй Хөкүмәтенең сайтында ошо туралағы бойороҡ баҫылып сыҡты. Документҡа ярашлы, субсидия 62 төбәккә бүленә. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 3 миллиард һум тотоноу ҡарала. Төбәк ҡаҙналарынан 19,05 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Субъекттар юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә лицензияһы булған һәм төбәк башҡарма власть органы ҡарамағына ингән медицина ойошмалары һанына ҡарап һайлап алына.


Вернуться назад