Йәнең ни теләй – бөтәһе лә бар12.03.2014
Йәнең ни теләй – бөтәһе лә бар Кисә Өфөлә XXIV Халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә асылды

Тракторҙар, һыйыр һауыу, аҙыҡ-түлек эшкәртеү ҡорамалдары… “ВДНХ-Экспо” майҙанында ауыл хужалығы техникаһының ниндәйе генә юҡ! Рәсәйҙән генә түгел, хатта Ҡаҙағстан, Италия, Ҡытай, Украина кеүек сит ил етештереүселәренең дә тауарҙары теҙелеп киткән. Ер кешеһе өсөн йәнә тынғыһыҙ көндәр башланды – шуға ла улар менән ҡыҙыҡһыныусы етерлек.

Йәнең ни теләй – бөтәһе лә бар Республиканың агросәнәғәт комплексы күргәҙмәлә етештереүселәрҙең ҡеүәтен һәм мөмкинлеген күрһәтә алған. “Башсельхозтехника”, “Агриматко”, “Баштехника” һәм башҡа күп ойошмаларҙың тауарҙары ҙур майҙанды биләй. “Башҡортостан продукты” республика проектына ярашлы, 82 предприятиеның аҙыҡ-түлеге ҡуйылған. Ана, “Учалы кеүәҫе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кеүәҫен, айранын халыҡ маҡтай-маҡтай эсә, ни өсөн баш ҡалала күренмәүе менән ҡыҙыҡһына. Уларҙы хужалар:
Йәнең ни теләй – бөтәһе лә бар– Тиҙҙән Өфөлә сауҙа нөктәләрен асасаҡбыҙ, – тип өмөтләндерә.
Күргәҙмәнең “Агроферма” бүлегендә малсылыҡ, ҡош-ҡорт, төлкө, шәшке үрсетеү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың эшмәкәрлеге менән танышырға, кәрәк икән, уларҙы нисек тәрбиәләү, табыш алыу буйынса кәңәштәр ҙә алырға мөмкин.
Нуриман районынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рафаэль Йосопов романов тоҡомло һарыҡтар үрсетә. Ҡарап тороуға көр генә күренгән малҡайҙар менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа шаҡтай.
Йәнең ни теләй – бөтәһе лә бар– Улар ҡуйы йөнлө, шуға ла ҡышҡы һалҡында бирешмәй, тиреһенән донъялағы иң яҡшы тундар тегәләр. Бәрәстәре алты-ете айҙа уҡ 35 – 40 килограмм тарта, – тип үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты фермер.
Күргәҙмә комплексының икенсе ҡатында “500 ферма” , “Эш башлаусы фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” программалары буйынса ла белгестәр кәңәш бирә.
Бөгөн аграр тармаҡта эшләргә белемле эшсәндәр кәрәк. Аксен ауыл хужалығы техникумы ойошторған күргәҙмә янында айырыуса йәштәр йыйылғайны. Бында умартасы, тракторсы, шофер, агроном, иҡтисад белгесе, ауыл хужалығы продукттарын эшкәртеүсе кеүек тиҫтәләгән һөнәрҙе үҙләштерергә мөмкин.
Йәнең ни теләй – бөтәһе лә барКүргәҙмә 14 мартҡа ҡәҙәр дауам итә. Бында баҡсасыларға кәрәкле орлоҡ һатып алырға, кәрәк икән, теге йәки был ойошмалар менән килешеү ҙә төҙөргә мөмкин. Шулай уҡ үҫемлекселек, малсылыҡ, аҙыҡ эшкәртеү сәнәғәте, агростраховкалау, башҡа тармаҡтар буйынса конференциялар, семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреләсәк.


Вернуться назад