Республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Мирхәйҙәр Фәтхуллин етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Алабуға ҡалаһында сәфәрҙә булып ҡайтты.
Сараның маҡсаты төбәккә инвестиция йәлеп итеү буйынса күрше Татарстандың тәжрибәһе менән уртаҡлашыу ине. Делегация ағзалары “Алабуға” махсус иҡтисади биләмәһендә, уның эргәһендәге ауылдарҙа булды. Мәҫәлән, Гари Бехтерев ауылы. Күптән түгел бында ябай буранан клуб һалғандар. Проектҡа ярашлы, бинала 50 кешелек тамаша залы, китапхана, грим һалыу бүлмәһе урынлашҡан.
— Төҙөлөшкә 2,5 миллион һум самаһы аҡса тотонолдо, — ти Бехтерев биләмәһе башлығы Николай Кусаев. — Эш йылдам барҙы, аҡсаны бушҡа сарыф итмәнек. Кирбестән һалыу өсөн башта проект төҙөргә, аҙаҡ уны яраштырырға кәрәк. Һөҙөмтәлә хаҡы икеләтә арта. Хәҙер урындағы халыҡтың ялын ойоштороу мәсьәләһен хәл иттек. Көн һайын тиерлек мәҙәни саралар ойошторола, түңәрәктәр эшләй.
Башҡортостан вәкилдәре күршеләрҙең тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһынды, ә Татарстандағы коллегалар проект йәһәтенән ярҙам күрһәтергә, кәңәш бирергә вәғәҙә итте.