Бергәләп эшләгәндә үҫеш буласаҡ01.03.2014
Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының коллегияһы эшендә төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Ултырышҡа шулай уҡ республиканың ҙур предприятие етәкселәре йыйылғайны.

Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында власть һәм сәнәғәт секторы араһындағы бәйләнеште нығытырға, эш барышының һөҙөмтәлелеген арттырыу юлдарын эҙләргә саҡырҙы.
– Сәнәғәт етештереүе тармағының үҫеше ике яҡ өсөн дә отошло. Беҙгә тығыҙ бәйләнеш булдырыу фарыз. Баҙар иҡтисады заманында йәшәйбеҙ, һәм был төшөнсә барлыҡ бәйләнештәрҙең дә нигеҙе булып тора. Шулай ҙа, власть вәкилдәре менән сәнәғәтселәрҙең артабан системалы эшмәкәрлеген тәьмин итмәйенсә, үҫеш мөмкин түгел, — тине Рөстәм Хәмитов һәм республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығына, Сауҙа-сәнәғәт палатаһына эште яйға һалырға бойорҙо.
— Ҙур ойошмалар етәкселәре менән “түңәрәк өҫтәл”дә артабанғы үҫеш юлдарын бергәләп билдәләргә кәрәк, — тине төбәк етәксеһе. Әлбиттә, республикала бизнес менән власть араһында хеҙмәттәшлек миҫалдары етерлек. Әммә ул системаға һалынмаған тигән һығымтаға килде коллегияла ҡатнашыусылар.


Вернуться назад