Аҡташ алтынын эҙләйәсәктәр28.02.2014
“СтройТехИнвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Бөрйән һәм Белорет районындағы Аҡташ ятҡылығы алтынын өйрәнеү, разведкалау һәм сығарыу өсөн ер аҫтын файҙаланыу хоҡуғына аукционда еңеүсе тип табылды
.
Компания 11,4 миллион һумлыҡ тәүге хаҡты түләргә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Сауҙалашыу ошо көндәрҙә ойошторолғайны.
Конкурс документтарына ярашлы, еңеүсегә 25 йылға лицензия тапшырыла. Аҡташ майҙаны Иҫке Собханғол ауылынан 25 саҡрым төньяҡтараҡ, Ағиҙел менән Кесе Нөгөш йылғалары араһында урынлашҡан. Геологик йәһәттән ул Әүжән–Белорет мәғдән районының көньяҡ өлөшөндә ята. Участканың майҙаны — 64 квадрат километр. Күҙаллауҙарға ярашлы, унда 20 тонна алтын мәғдәне тупланған.


Вернуться назад