Бюджет нисек үтәлә?28.02.2014
Республикалағы йыйылма бюджеттың һалым һәм һалым булмаған килемдәр буйынса үтәлеше 1 февралгә 7 миллиард 570,2 миллион һум тәшкил итте. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда керем 10,3 процентҡа күберәк, тинеләр Башҡортостандың Финанс министрлығында.

Ғинуарҙа ҡаҙна сығымы 11 миллиард 037,3 миллион һум күләмендә финансланған, был былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда 11 процентҡа юғарыраҡ.
Килемдең төп сығанаҡтарын физик берәмектәрҙең килеменә (бөтә килемдең 31,1 проценты), акциздарға (20,4 %), ойошмалар табышына (13,1 %), мөлкәткә (6 %) һалымдар тәшкил итә. 2013 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда, физик берәмектәр килеменә, мөлкәткә, акциздарға, ойошмалар табышына һалым кереме үҫкән. Дәүләт һәм муниципаль милектәге мөлкәтте файҙаланыуҙан керем 965,3 миллион һум булған.
Ҡаҙна сығымының тармаҡ структураһында социаль йүнәлеш өҫтөнлөк итә. Уға ҡаҙна ойошмаларына субсидиялар, эшләмәгән халыҡтың медицина страховкаһына сығымдар, социаль трансферттар инә. Юл хужалығын финанслауға бөтә сығымдың 7,7 проценты, йәғни 847,2 миллион һум тотонолған.
Ғинуарҙа бюджет килеме 14,2 процентҡа кәмегән, сығым 19,8 процентҡа артҡан. Урындағы ҡаҙналарҙың килеме 16,9 процентҡа кәмегән, сығымы 11,8 процентҡа үҫкән.


Вернуться назад