Етәксе өлгө булырға тейеш28.02.2014
Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә байтаҡ мәсьәлә сығарылды, уларҙың һәр береһе ентекле ҡаралды. 2013 йылға бюджеттың үтәлешенә, быйылға ҡаҙнаны раѕлауға, социаль мәсьәләләргә, мәғарифты, “Электрон Хөкүмәт” проектын үѕтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленде.

– Былтыр республика бюджетының килем өлөшө дүрт проценттан ашыуға артты. Дөйөм алғанда, был һан 122 миллиард һум тәшкил итә. Әммә сығымдарыбыҙ тағы ла ҙурыраҡ. Уҙған йылда 140 миллиард һум тотонғанбыҙ, сығым 11,5 процентҡа күбәйгән. Был сумманың иң ҙур өлөшө, 73 проценты самаһы, социаль ихтыяждарға китә. Беҙ быға аңлы рәүештә барабыҙ, сөнки кешеләргә эш хаҡы түләргә, балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар төҙөргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Беҙгә бюджеттың килем өлөшөн арттырыу йәһәтенән тағы ла эшләргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн мин Хөкүмәт ағзаларынан ҡаҙна килемен арттырыу һәм сығымдарҙы кәметеү йәһәтенән аныҡ тәҡдимдәр көтәм.
Республиканың финанс министры Рида Собханғолова, доклад менән сығыш яһап, теманы тәрәнерәк асып бирҙе.
Икенсе мәсьәлә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға ҡағылды. Билдәле булыуынса, етемдәргә бәлиғ булыу менән бушлай фатир бирелә. Ә бына уға ремонт яһатыу – сетерекле проблема. Ил Президенты 2011 йылда уҡ быны урындағы ҡаҙна иѕәбенә башҡарырға тигән бурыс ҡуйғайны. Әлегә республикала был бойороҡто тормошҡа ашырыу өсөн тейешле закон юҡ. Шуға күрә Хөкүмәт тарафынан Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағына был мәсьәләне көйләүсе ҡануниәт проекты тәҡдим ителәсәк. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаѕары Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.
– Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға торлаҡтарына бер тапҡыр косметик ремонт яһау өсөн аҡса бүленергә тейеш. Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн ошондай 356 торлаҡҡа ремонт талап ителә. Бының өсөн 17,8 миллион һум аҡса кәрәк, – тине ул.
Бөгөн республикала етем һәм ҡараусыһыҙ 16 189 бала иѕәпләнә. Улар теләк белдереп ғариза яҙған хәлдә, фатирҙарына ремонт яһаясаҡтар. Яуаплылыҡ урындағы муниципалитет иңенә һалына, ә подрядсылар конкурс нигеҙендә һайланасаҡ.
Ултырышта ҡаралған сираттағы тема – мәғариф. Былтыр ғәмәлгә ингән федераль законға ярашлы, хәҙер IX класты тамамлаусылар ҙа БДИ кеүек һынау үтәсәк. Аудиторияларҙы видеокүҙәтеү ҡорамалдары менән тәьмин итеү, уҡыусыларҙы металл эҙләгес аша үткәреү кеүек саралар мотлаҡ булырға тейеш. Мәғариф министрлығына барлыҡ техник нескәлектәрҙе өйрәнергә, урындарҙа аттестация үтеү тәртибен билдәләргә кәрәк.
– “Бишле” билдәһенә генә өлгәшкәндәрҙе дәртләндереү тураһында ла уйларға кәрәк. Хәҙер яҡшы уҡыусыларҙы алтын һәм көмөш миҙал менән бүләкләүҙе күҙ уңында тотҡан федераль кимәлдәге ҡарар ғәмәлдән сыҡты. Башҡортостанда йыл һайын 2,5 мең бала миҙалға лайыҡ була ине. Минеңсә, был матур йоланы дауам итергә кәрәк. Республикала үҙебеҙҙең миҙалды булдырырға тәҡдим итәм, – тине Рөстәм Хәмитов.
“Электрон Хөкүмәт” тураһында һөйләшеүҙәр һәм был йүнәлештә аныҡ эштәр республикала 2010 йылдан бирле бара. Рәсәй Президенты ҡуйған бурысҡа ярашлы, 2018 йылда граждандарҙың 70 проценты төрлө дәүләт хеҙмәттәрен электрон юл менән алырға тейеш. Ултырышта был эшмәкәрлекте ойоштороу тураһында ентекле һөйләшелде.
Бынан ары республика Хөкүмәтенең функциялары бер ни тиклем үҙгәрә. Әгәр элек Хөкүмәт министрлыҡ, ведомстволар һәм дәүләт комитеттары эшмәкәрлеген координациялау менән генә шөғөлләнгән булһа, хәҙер улар өѕтөнән етәкселек вәкәләттәрен дә ала. Был дәүләт органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ.
Хөкүмәт ултырышында ҡаралған һуңғы мәсьәлә дәүләт органдарына һәм ойошмаларына эш өсөн автомобилдәр һатып алыуға бәйле булды. Президент был турала бик ҡәтғи һүҙҙәр әйтте.
– Йәмғиәттә бөгөн хәл үҙгәрә. Чиновниктарҙың эшмәкәрлеге – даими иғтибар үҙәгендә. Власть асыҡ эшләргә һәм бюджет сығымдарын кәметеүҙе үҙ миѕалында күрһәтергә тейеш. Тик ҡайһы берәүҙәр үтә ҡиммәтле автомобилдәр һатып ала, һәм был гәзит биттәрендә, сайттарҙа фашлана. Һүҙ дәүләт идараһы органдарына һәм муниципалитеттарға ҡағыла. Беҙҙең талап бер – эш автомобиле ябай кеше өсөн тәғәйенләнгән булырға тейеш. Уңайлылыҡ, зиннәтлелек тураһында уйларға ярамай. Шуға күрә был йәһәттән нормативтарҙы нығытасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.


Вернуться назад