Хаҡтар шаңҡытмаһын ине...26.02.2014
Хаҡтар шаңҡытмаһын ине...
Башҡортостанда конкурентлыҡ мөхите ниндәй, был өлкәлә ыңғай үҙгәреш бармы, ҡулланыусы менән бизнес араһындағы мөнәсәбәт нисек көйләнә? Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының былтырғы эш һөҙөмтәләре һәм быйылға билдәләнгән бурыстары тураһында уның етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева һөйләне.

Былтыр идаралыҡ белгестәре был тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Тикшереүҙәр ҙә башҡа йылдар менән сағыштырғанда күберәк үткәрелеп, идаралыҡ белгестәре район-ҡалаларға йыш сыҡҡан.
Ҡануниәтте боҙған өсөн үткән йылда идаралыҡ тарафынан 2 710 эш ҡуҙғатылған. Шулай уҡ республикабыҙ баҙарындағы конкурентлыҡ мөхитенә бәйле халыҡтан 700 ялыу килгән. Идаралыҡ 900-ҙән ашыу суд ултырышында ҡатнашҡан.
Халыҡты иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе — тауар һәм хеҙмәттәргә хаҡтың үҫеүе.
– Газ, электр энергияһы һәм яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, — тине Зөлфирә Аҡбашева һәм шунда уҡ республика халҡын тынысландырырға ашыҡты. — Хаҡтар халыҡты шаңҡытмаһын тип тырышабыҙ. Бөгөн ваҡ компаниялар баҙарҙа конкуренция тыуҙыра алһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Әле ҙур ойошмалар ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу хаҡын төшөрә, был һөҙөмтә бирмәй ҡалмаясаҡ.
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы йыш ҡына эксперт советы ултырыштарын үткәрә. Унда белгестәр төрлө мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Идаралыҡ етәксеһе билдәләүенсә, эш етерлек, сөнки ялыу хаттары килеүҙән туҡтамай.


Вернуться назад