“Фермер эшенең ҡыйынлығы нимәлә?” — тип һорағас, Илдар Cәйетғәлиев былай тине:
– Эшләргә кеше табыу.
Солтанбәк ауылы халҡының уға мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһынғас, Илдар тәүәккәл генә яуапланы:
– Ыңғай ҡарайҙар, мин хужалыҡ итә башламаһам, ауылдың ферма биналары емерелеп бөтөр ине бит.
Төп шөғөлө быға хәтлем тауыҡ үрсетеү булған: декабрҙә яңы ғына моронлап сыҡҡан себештәрҙе ала ла, март айына тиклем үҫтереп, халыҡҡа һата. Күп кеше тауыҡты ҡышҡа ҡалдырмай икән, сөнки һыуыҡта һәм ҡараңғыла продукция бирә алмаған ҡошто яҙға саҡлы ашатып тотоу отошло түгел, йомортҡа һалырлыҡ тауыҡтарҙы йәй башланыр алдынан фермерҙан ғына һатып алһаң, сығымы ла, мәшәҡәте лә аҙыраҡ. Шулай итеп былтыр яҙ Илдар 50 мең себеш үҫтереп һатҡан.
Ләкин быйыл фермерҙың хәстәре икенсе йүнәлештә бара: ауыл хужалығын үҫтереү программаларының береһе буйынса бер нисә миллион һум аҡса юллап алып, үҙенекен дә ҡушып, мал һимертергә булған. “Әммә йыл аҙағына мотлаҡ себеш тә аласаҡмын”, – ти ул. Бынан тыш уның йылҡы малы, пилорамаһы, бүтән объекттары ла бар. Үҙе әйтмешләй, эшҡыуар бөтә иғтибарын бер тармаҡҡа ғына йүнәлтергә тейеш түгел, баҙар ихтыяжы үҙгәреп тора бит.
Ауылдың тотҡаһы булған шундай эшҡыуарҙар күбәйһен!