Тотороҡло хаҡ булһын26.02.2014
Автотранспортты газ-мотор яғыулығына күпләп күсереү өсөн газға хаҡтың тотороҡло булыуы шарт.

Газ яғыулығы баҙарын үҫтереү мәсьәләләре буйынса Өфөлә үткәрелгән кәңәшмәлә Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Сергей Шаль ошо хаҡта белдерҙе. Уның фекеренсә, шәхси автомобиль хужалары ошо яғыулыҡ төрөнә күсеүҙән ҡурҡа, сөнки дизель яғыулығына бәйле ваҡиға ҡабатланыр тип хәүефләнә.
— Барыһын да газға күсереп, иртәгә уға хаҡ артмаҫ тип ныҡлы әйтеп буламы? Ошоға бәйле Энергетика министрлығы етәкселәренә үтенес: яғыулыҡҡа хаҡты билдәләү йәһәтенән оҙайлы дәүләт сәйәсәте тормошҡа ашырылһын ине, — тине Сергей Шаль. – Дәүләт яғынан гарантия кәрәк.
Рәсәй Энергетика министрлығының Нефть һәм газ эшкәртеү департаменты директоры урынбаҫары Максим Лобанов журналистарға хәбәр итеүенсә, әлегә хаҡ ҡуйыуҙы көйләү мәсьәләһе хәл ителмәгән. — Бөгөн газдың хаҡы ярайһы уҡ арзан. Киләсәктә уның ниндәй булыры, дәүләттең уны көйләү-көйләмәүе әлегә тикшерелгәне юҡ, — тине Максим Лобанов.



Вернуться назад