Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһында республикалағы предприятиеларға һалым ташламаһын булдырыуға арналған семинар уҙҙы.
Унда Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы аудиторы, һалым ташламалары һәм өҫтөнлөктәре мәсьәләһен көйләгән Сергей Штогрин сығыш яһаны. Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ шулай уҡ республика Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалым һәм инвестиция сәйәсәте комитеты рәйесе Рузалия Хисмәтуллина менән Федераль ҡаҙналыҡтың республика идаралығы башлығы Светлана Мәрүәроваға Рәсәй Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһының миҙалдарын тапшырҙы.
Предприятиеларға һалым ташламалары — көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Республикала был йәһәттән тәртип булдырылһа ла, өлкәлә әлегә тиклем берҙәм федераль нормалар ҙа, бындай ташламаларҙың һөҙөмтәлелеген баһалауҙың берҙәм күрһәткестәре лә юҡ.
Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары Лира Иғтисамованың фекеренсә, ташламаларҙы контролһеҙ арттырыу ҡаҙнаны ярлыландыра. Ул иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һалым ташламаларын кәметеү буйынса алып барылған эш тураһында һөйләне. Күптән түгел генә ауыл хужалығы предприятиелары еңел автотранспортҡа ташламанан мәхрүм ителде. Асыҡланыуынса, һалым түләмәү өсөн ҡиммәтле машиналарҙы фермер хужалыҡтарында теркәгәндәр. Ҡорамалдарҙы амортизациялауға бәйле ташлама йәһәтенән дә һорауҙар байтаҡ. Башта бындай өҫтөнлөк предприятиеларға иҫке техникаға алмашҡа яңыһын һатып алыу маҡсатында бирелә ине. Ҡайһы бер сығыш яһаусылар билдәләүенсә, ҡаҙнаға һалымды аҙыраҡ түләү өсөн предприятиелар араһында иҫке ҡорамалдарҙы махсус һаҡлап ҡалғандар ҙа юҡ түгел.
Мәскәү вәкиле әйтеүенсә, Федераль үҙәккә бындай ташламаларҙы һәр төбәк менән килешеп билдәләргә кәрәк.