Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2013 йылдың дүртенсе кварталында йәшәү минимумының уртаса айлыҡ дәүмәле 6 446 һум күләмендә билдәләнде.
Ул эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 6 865, пенсионерҙарға — 5 273, балаларға 6 404 һум тәшкил итә. Йәшәү минимумы социаль программаларҙы төҙөгәндә һәм тормошҡа ашырғанда халыҡтың йәшәү кимәлен баһалау өсөн тәғәйенләнә. Аҙ тәьмин ителгән кешеләргә социаль ярҙам күләме ошо күрһәткескә таянып иҫәпләнә, тип хәбәр иттеләр Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә.