Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Эксперт” журналына биргән интервьюһында төбәктә ниндәй иҡтисад тармаҡтарының алға табан ҙур аҙым яһауы, инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса күрелгән саралар һәм башҡалар тураһында бәйән итте.
Башҡортостанда 2013 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап: “Волга буйы федераль округы буйынса торлаҡ төҙөүҙә беренсе урында киләбеҙ. Былтыр 2,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, 2012 йыл менән сағыштырғанда, был 7 процентҡа күберәк. Ваҡлап һатыуҙа сауҙа әйләнеше 8 процентҡа артты, уның яртыһынан күберәге бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа тура килә. Ауыл хужалығы ла былтырғы күрһәткестәрен 17 процентҡа арттырҙы. Сәнәғәт етештереүе индексы 102,3 процент тәшкил итте. Был Рәсәй күрһәткестәренән ике процентҡа артығыраҡ булһа ла, былтырғынан аҙыраҡ”, — тине ул.
Бынан тыш, республика етәксеһе кластер сәйәсәтенең төп йүнәлештәре — ауыл хужалығы, еңел авиация, фармацевтика, мәғлүмәт технологиялары, нефть сервисы, наноматериалдар, нефть химияһы, биохимия һәм туризм үҫешенә туҡталды. Инвестициялар йәлеп итеү буйынса алып барылған эш тураһында бәйән итте.
(Әңгәмәнең тулы тексы менән Башҡортостан Президентының сайтында танышырға мөмкин.)