“Правда” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә (етәксеһе — Вил Вәлиев) ҡараған Никифар һөтсөлөк фермаһында мал һаны йылдан-йыл ишәйә. Бөгөн хужалыҡта 1100 баш мал аҫрала, шуның 350-һе – һауын һыйыры.
Йәмғиәт эшсәндәре, йылдың уңышлы килеүенән файҙаланып, ике йылға етерлек мал аҙығы туплаған. Һөт етештереү буйынса ла хужалыҡ районда алдынғы урында.
Мал ҡышлатыуға ла ентекле әҙерләнгәндәр. Ферма биналарына ремонт үткәрелгән, ялан кәртәләр уратып алынған. Яңы тыуған быҙауҙарға иркен ҡуралар яһалған.
Хужалыҡта үҙ эшенең оҫталары бихисап, уларҙың һәр береһе намыҫлы хеҙмәте менән йәмғиәттең данын билдәләй. Никифар һөтсөлөк фермаһынан һауынсы Лилиә Дәүләтшинаны бергә эшләгән әхирәттәре лә, етәкселек тә бөтмөр, уңған һәм кешелекле булыуы өсөн ихтирам итә. Ул бында ике йылдан ашыу тир түгә. Бөгөн тырыш һауынсы 25 һыйыр ҡарай.
Лилиә ире Венер менән ике бала – Ләйсән исемле ҡыҙ менән Илһам атлы ул үҫтерә. “Ҡара таңдан фермаға һыйырҙар янына ашығам. Эшемде бик яратам, хатта ниндәйҙер кинәнес кисерәм, – ти Лилиә. – Балалар мәктәптән һуң йорт-ҡурала ярҙамлаша. Мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ла улар ҡарай”.
Дәүләтшиндәр ғаиләһе бөтә уңайлыҡтары булған иркен йортта йәшәй, “зәңгәр яғыулыҡ”тан файҙалана. Йәй баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр, бергәләп ҡышҡылыҡҡа бесәнен дә әҙерләйҙәр.
Әлшәй районы.