Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Территориаль үҫеш агентлығын бөтөрөү хаҡында Указ сығарҙы. Уның бурыстары Иҡтисади үҫеш министрлығына йөкмәтелде.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был хәл федераль кимәлдәге дәүләт идараһы системаһындағы үҙгәрештәргә бәйле. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин Агентлыҡтың эшен ыңғай баһаланы. Уның билдәләүенсә, учреждение тарафынан байтаҡ ҡына стратегик документ, атап әйткәндә, республиканың 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш доктринаһы, төбәктең территориаль үҫеш концепцияһы, республика башҡарма власть органдарының эшмәкәрлеген баһалау методикаһы төҙөлдө, дәүләт программаларын эшләүҙең яңы тәртибе ғәмәлгә индерелде.