Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының 2013 йыл йомғаҡтарына арналған кәңәшмәһе булып үтте. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
— Һеҙҙең министрлыҡтың эшмәкәрлеге тотош республика иҡтисадына йоғонто яһай, — тине Рөстәм Зәки улы. – Үҫешкән илдәр һәм Рәсәй төбәктәре миҫалында күренеүенсә, ер менән мөлкәтте дөрөҫ файҙаланыу иҡтисад өсөн ғәйәт ҙур отош бирә.
Беҙҙең республиканы Президент илдең иң үҫешкән төбәктәренең береһе тип атаны. Ләкин, уның әйтеүенсә, был бигүк ҡәнәғәтләндермәй, сөнки Рәсәйҙә былтыр дөйөм үҫеш күҙәтелмәүе арҡаһында ғына беҙҙең иҡтисади хәлдең һәйбәт булып күренеүе мөмкин.
Президент шаҡ ҡатырғыс бер миҫал килтерҙе: Нуриман районында урман фонды ерҙәрен ауыл-ҡасабалар ере итеп күсереү ошо төбәккә йылына 60 миллион һумға саҡлы табыш килтерер ине! Ә райондың үҙ бюджеты бөгөн 30 миллион һум самаһы ғына тәшкил итә. Ни өсөн күсермәйҙәр һуң? “Район хакимиәте башлығы өс йыл инде төрлө министрлыҡ һәм ойошмалар тупһаһын тапай, төрлө бюрократик кәртәләрҙең осона сығырлыҡ түгел”, — тине Рөстәм Зәки улы. Урманға бай Белорет районын да миҫалға килтерҙе. Алдынғы илдәрҙән айырмалы рәүештә, беҙҙә бер тин дә файҙа бирмәй ятҡан ер майҙандары бихисап... “Беҙ фәҡир түгел, тик әрәм-шәрәм итергә күнеккәнбеҙ”, – тине республика башлығы. Күп балалы ғаиләләргә ер участкалары бүлеү ҙә шыма ғына бармай. Ағиҙел һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, мәҫәлән, был мәсьәләне һаман хәл итә алмайҙар.
Мөлкәт мәсьәләләренә лә айырым туҡталып үтте Рөстәм Хәмитов. Былтыр дәүләт милкенә ҡараған 163 предприятие 100 миллион һум ғына табыш алған. Тимәк, дәүләт мөлкәтен тейешенсә файҙаланыуҙа ла ең һыҙғанып эшләйһе бар, сөнки ул да иҡтисадҡа хәл иткес йоғонто яһай. Шул кәмселектәр арҡаһында бик күп кеше эш эҙләп Башҡортостандан ситкә китә.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, министрлыҡ дәүләт предприятиеларына идара итеүгә реформа уҙғарырға уйлай. Был ведомство ҡарамағына барлығы 44 меңдән ашыу күсемһеҙ мөлкәт инә, ер фонды 14 миллион гектарҙан күберәкте тәшкил итә. Үткән йыл ер участкаларын һатыуҙан ҡаҙнаға 962 миллион һумдан ашыу аҡса ингән, бер йылда күп балалы 7 меңдән артыҡ ғаиләгә ер бүлеп бирелгән.