Тышта февраль бурандары тынып бөтмәһә лә, рәсми рәүештә быйылғы сәсеүгә әҙерлек башланды. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында махсус штаб булдырылып, уның тәүге ултырышы үтте. Штаб советы төҙөлдө, һәр тармаҡ, өлкә өсөн яуаплы етәкселәр тәғәйенләнде, эшсе төркөмдәр булдырылды. Әйтергә кәрәк, быйыл сәсеү мәсьәләһе иртәрәк ҡуҙғатылды. Ни генә тимә, үткән 2013 йыл ауыл хужалығы өсөн еңелдән бирелмәне. Тәүҙә ямғыр яуманы, ошо айҡанлы туғыҙ район бөгөн ауыр хәлдә ҡалды. Уларға мотлаҡ ярҙам итеп, иген уңған райондарҙан орлоҡ хәстәрләү яғын ҡарарға кәрәк. Йәйҙең икенсе яртыһында, киреһенсә, ҡойма ямғырҙар китте. Шуға ла урып йыйыу оҙаҡҡа һуҙылды, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарында эштәр ҡар яуғансы тиерлек барҙы.
— Урып йыйыу дымлы, бысраҡ саҡта башҡарылды. Шуға быйылғы сәсеүгә һалынған орлоҡ махсус иғтибар, тикшереү талап итә. Айырыуса туҡтауһыҙ эшләгән техниканы ҡарарға, йүнәтәһе ерен йүнәтергә кәрәк. Билдәле, күберәк финанс ресурстары ла талап ителә, — тине ауыл хужалығы министры Николай Коваленко. — Беҙҙең төп маҡсат — яҙғы сәсеүгә әҙер булыу: алдан орлоҡ, минераль ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын хәстәрләп, хужалыҡтарға аныҡ ярҙам итеү...
Ауыл эшсәндәренең атҡараһы эше ифрат күп. Көҙҙән үк техниканы йүнәтеү башланды. Элиталы орлоҡ юллау, минераль ашлама, запас частар хәстәрләү менән мәшғүлдәр. Яҙын барлығы 2 миллион 76 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. Шуның 1 миллион 267 меңендә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселәсәк. Техник культуралар барлығы 292 мең гектарҙы биләр тип күҙаллана. Шәкәр сөгөлдөрөн – 50 мең, картуф, йәшелсәне 105 мең гектарҙа ултыртыу ҡаралған.
Көҙҙән үк 550 мең гектарҙа ужым культуралары сәсеп ҡалдырылған. Ғинуар-февраль айында шытымдарҙың нисек ҡышлауы тикшерелгән. Һөҙөмтәләр насар түгел: 72 проценты яҡшы, 26-һы ҡәнәғәтләнерлек тип табылған.
Техника яғына килгәндә, хәҙер Совет осоронан ҡалғандарын замансаһы алыштыра. Был йәһәттән Башҡортостанда ныҡлы эш бара. Мәҫәлән, бөгөн ауыл хужалығы ойошмаларында 16 мең 226 берәмек трактор иҫәпләнһә, шуларҙың 80 проценттан ашыуы әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Тағы мөһим эште билдәләп үтергә кәрәктер: район хужалыҡтары техниканы үҙҙәрендә йүнәтеүҙе хуп күрә – элекке ремонт оҫтаханалары ҡайтанан тергеҙелә, яңылары асыла.
Яғыулыҡ мәсьәләһенә лә айырым туҡталып үтеү кәрәк. Был йәһәттән хаҡтарҙың "тешләшеүен" һәр кем белә. Быйыл яғыулыҡтың тоннаһы 32–33 мең һум булыр тип күҙаллана. Сағыштырып ҡараһаҡ, 2012 йылғы сәсеү осоронда ул 20 мең 440 һум, ә былтыр 29 мең 300 һум торған. 2013 йылда яҙғы эштәрҙә 40 мең тонна солярка, 1,5 мең "нормаль-80" маркалы бензин, 1,7 мең тонна дизель мотор майы тотонолған.
Бына шулай, ауыл эшсәндәре, хужалыҡ етәкселәре алдында бик ҙур бурыс тора. Уны атҡарып сығыу өсөн тырышлыҡ ҡына етмәй — теләк янына терәк тә кәрәк. Крәҫтиән иһә үҙ эшен белә.