Рәсәй иҡтисадының эҙмә-эҙлекле үҫеше өсөн тотороҡло нигеҙ юҡ, тип билдәләй ошо өлкә азатлығы мәсьәләләрен өйрәнгән “Хэритич Фаундейшн” стратегик тикшеренеү институты һәм “Уолл-стритт джорнел” гәзите. Закон сығарыуҙағы етешһеҙлектәр бер хәл, йәнә нығына барған коррупция емергес тәьҫир итә. Корпорациялар аша иҡтисадҡа көслө йоғонто яһаған дәүләт тә быға үҙ өлөшөн индерә. Рәсәй иҡтисадына күпселек осраҡта азатлыҡ етешмәй тигән фекерҙә авторҙар.
Һуңғы 20 йылда был өлкәлә хәлдең бик аҙға ғына һәйбәтләнеүе, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, дәүләт яғынан хәлде яҡшыртыу буйынса сараларҙың күрелмәүен раҫлай. Дәүләт сығымдарына контроль көсәйеү менән бергә, сауҙа һәм валюта азатлығы өлкәһендә хәл насарая төшкән.
Власть әһелдәре ике һүҙҙең береһендә ил иҡтисадының инвестицияларға мохтажлыҡ кисереүе тураһында һөйләгәндә, беҙҙә инвестициялар ғына түгел, хатта эшҡыуарлыҡ, финанс азатлығы буйынса ла хәлдең мөшкөлләнеүе асыҡлана. Хосуси милеккә хоҡуҡты яҡлау ике тиҫтә йылдан ашыу яңы социаль ҡоролошта йәшәгән ил йәмәғәтселеге өсөн һаман да хәл ителмәгән мәсьәлә булып ҡала.
Һөҙөмтәлә иҡтисади азатлыҡ буйынса беҙ Европаның 43 дәүләте араһында – 41-се, ә ошо проблема өйрәнелгән 180 ил исемлегендә 140-сы урынды биләйбеҙ.
“Коммерсантъ” гәзите хәбәр итеүенсә, былтыр һум 2,7 процентҡа арзанайған. Сит илдәргә тауар сығарыу 1,2 процентҡа кәмегәндә, тауар индереү, киреһенсә, 2,6 процентҡа артып, кире сальдо барлыҡҡа килгән. “Новые известия” гәзите билдәләүенсә, был – һуңғы 11 йылда иң түбән күрһәткес. Донъя баҙарында энергетика тауарҙарына хаҡ сағыштырмаса юғары булыуға ҡарамаҫтан, нефть һәм газ һатыуҙан килем 9 миллиард һумға аҙыраҡ алынған.
“Коммерсантъ” гәзите, иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаевтың һүҙҙәренә һылтанып, былтыр сит илдәрҙән ингән тура инвестициялар 78,4 миллиард долларға етһә лә, Рәсәй инвесторҙары сит илдәрҙең иҡтисадына 19 миллиард долларға күберәк һалған, тип яҙа.
“Новые известия” илдән күпме капитал сығарылыуы, йәғни сит ил иҡтисадын үҫтереүгә күпме йүнәлтелеүе тураһында ла мәғлүмәттәр бирә. Быйыл ғинуарҙа ғына, мәҫәлән, Рәсәйҙән 17 миллиард доллар “аяҡланған”. Иҡтисади үҫеш министрлығында фараз ителеүенсә, беренсе кварталда был һандың – 35 миллиард, йыл аҙағына иһә 200 миллиард долларға етеүе ихтимал. Хәтергә төшөрәйек: былтыр Рәсәйҙән ситкә ағылған капитал 62,7 миллиард доллар тәшкил иткән...