Һалышыу кәйефе21.02.2014
Оҙайлы финанс-иҡтисади көрсөктән сығыу юлдарын эҙләү нисәмә йыл төрлө кимәлдәге бөтә донъя власть даирәләренең “баш ауырыуы”на әүерелеүгә ҡарамаҫтан, яңы өлгөһө һаман табылмай. Көнбайыш мәмләкәттәрендә, шул иҫәптән АҠШ-та ла төп тармаҡты сәләмәтләндереүгә аҡса баҫыу станогын көсөргәнешлерәк эшләтеү, ҡулланыу хаҡтарын һәм кредит ставкаларын төшөрөү иҫәбенә өлгәшһәләр, беҙҙә иһә, киреһенсә, иҡтисадты һауыҡтырыу хаҡтарҙың бәйҙән ысҡыныуы, тарифтар һәм кредит ставкаларын Көнбайыш илдәренә ҡарағанда күп тапҡырға күтәреү кеүек Ватан ерлегенә генә хас ысулдар менән алып барыла.


Ҡыйыулыҡ етмәй
Уҙған аҙнала Рәсәйҙең башҡарма властары төп тармаҡты йәнләндереүҙең финанстарға туранан-тура бәйле булмаған, эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестициялар йәлеп итеүҙең яңы юлдарын ҡыйыуһыҙ ғына эҙләү менән шөғөлләнеп ҡараны.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль хөкүмәт ағзалары менән үткәргән кәңәшмәне иҡтисад проблемаларына арнаны, тип хәбәр итә “Утро.ру” интернет-гәзите.
Кремль башлығы күптән һалышып йәшәү кәйефенә әүерелгән энергия сығанаҡтары менән һатыу итеүҙең киләсәге юҡлығы тураһында сираттағы тапҡыр иҫкә төшөрҙө һәм ватан иҡтисады мәнфәғәттәрен сит илдәрҙә лә хәстәрләү кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте. Бының өсөн, Путин фекеренсә, сауҙа вәкиллектәрен тергеҙеү мотлаҡ. Шулай уҡ ил башлығы хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм моно-ҡала мәсьәләләре кеүек күптәнге проблемаларға ла ҡағылып, иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаевҡа тейешле мәғлүмәттәр һәм тәҡдимдәр әҙерләүҙе йөкмәтте. Борсолоу тыуҙырған мәсьәләләр араһында ваҡ кәсепселек һәм урта эшҡыуарлыҡтың ҡыҫыла барыуына бәйлеһе лә бар ине.

Эшҡыуарҙар өсөн өмөт сатҡыһы
Әйткәндәй, ошо ай башында “Известия” гәзите Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың Мәскәү өлкәһенең Горки ҡалаһында тап ошо проблема буйынса кәңәшмә уҙғарыуы тураһында яҙып сыҡты. “Дәүләт иҡтисадтың бойондороҡһоҙ тармағына ярҙам итеү буйынса саралар күрә, – тине ул. – Беҙ үҙ эшен башлап асыусыларҙы ла, эшләп йөрөгән компанияларҙы ла ярҙамдан мәхрүм итмәйбеҙ”. Шул уҡ ваҡытта башҡарма власть етәксеһе, алдынғы илдәр менән сағыштырғанда был секторҙың өлөшө аҙлығына туҡталып, ул үҫә бара, тип белдерҙе. Федерация субъекттарында гарантия фондтары эшләй, һәм улар 230 миллиард һумға 37 мең кредит биргән дә инде.
Ләкин кәңәшмәлә төп урынды алып торған тема – ваҡ кәсепселәр һәм урта эшҡыуарҙар өсөн кредит гарантиялары агентлығы ойоштороу. “Ул аяҡҡа баҫып китеү менән быйыл уҡ матди етештереү, ғилми һәм социаль өлкәләрҙә эш урындары асҡан бизнесмендар ике йылға һалым түләүҙән азат ителәсәк”, – тине Хөкүмәт Рәйесе. Кредит биреү маҡсатында Етеш тормош милли фонды ла (Украинаға 15 миллиард доллар күләмендәге кредит тап шул сығанаҡтан алына) файҙаланылыуы ихтимал. Ләкин Алексей Улюкаевтың аңлатмаһына ҡарағанда, сығымдарҙы фондтан алыу өсөн етди анализ талап ителә. Беренсенән, был сығымдарҙың ышаныслы һаҡланыуы өсөн кәрәк, ти министр, икенсенән, тармаҡ үҫешенә булышлыҡ итеүе мотлаҡ.

Рәсәй гражданы булғың киләме? Һатып ал!
Эре эшҡыуарҙар өсөн Хөкүмәт тарафынан әҙерләнгән яңы корпоратив кодекс та, һалышып йәшәү кәйефенән арындырып, иҡтисад проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән, тип яҙа “Ведомости” гәзите.
2002 йылда ҡабул ителгән ошондай уҡ документ директорҙар советының ролен түбән баһалауы, бизнестың “үтә күренмәле”леген тәьмин итә алмауы һәм, иң мөһиме, миноритарийҙарҙың хоҡуҡтары менән иҫәпләшмәүе сәбәпле иҫкерҙе. Яңы кодекс ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә булышлыҡ итер тигән өмөт бар, сөнки дивидендтар түләүҙә миноритарийҙар компания акционерҙары мәнфәғәтен һанға һуҡмау сит ил инвесторҙарын ҡурҡыта.
Ватан иҡтисадын үҫтереүгә сит ил капиталын ябай ысулдар менән йәлеп итә алырына өмөтө аҡланмаған Федераль хөкүмәт уны Рәсәй гражданлығы биреү кеүек заманса алым менән өлгәшергә ҡарар ҡыла. Был йәһәттән башҡарма власть ихтыяры закон проектына әүерелгән, оҙаҡламай мәсьәлә Дәүләт Думаһы ҡарауына сығарыласаҡ. “Взгляд” интернет-гәзитенең хәбәр итеүенсә, Рәсәй гражданлығы алыу өсөн бында өс йыл йәшәү һәм устав капиталының 100 миллион һумдан кәм булмауы төп шарттарҙан иҫәпләнә. Ошондай уҡ мөмкинлектән Рәсәйҙә юғары белем алып, өс йыл эшләгән сит ил студенттары ла файҙаланырға хоҡуҡлы.
Гражданлыҡ биреү ғәмәле сит илдәрҙә әүҙем ҡулланыла. Уның ике юлы бар: ил иҡтисадына капитал һалыу һәм күсмәҫ милек һатып алыу. Кипрҙа, АҠШ-та, Австрияла, Германияла һәм башҡа дәүләттәрҙә ошондай ғәмәл күптән йәшәп килә. Элекке СССР дәүләттәренән Латвияла, мәҫәлән, 70 – 140 мең евроға күсмәҫ милек һатып алған кеше ул илдең гражданы булып китә. Германияла гражданлыҡ хоҡуғы алыу өсөн эшҡыуарлыҡҡа 250 мең евро һалыу һәм биш эш урыны булдырыу мотлаҡ.

Эҙләгән, ғәҙәттә, таба
Һалышып йәшәү кәйефенән арыныуҙың тағы бер сығанағы итеп тиҙҙән уҙғарыласаҡ Красноярск иҡтисад форумы ҡарала. Ғөмүмән, федераль власть даирәләрендә Алыҫ Көнсығыш менән Себерҙе үҫтереү буйынса пландар етерлек. Мәҫәлән, эре бизнес структураларын Приморье крайына күсереү тураһында етди һүҙ йөрөтөлә. Красноярск форумы иһә, төбәк башлығы Лев Кузнецовтың теле менән әйткәндә, Себер мөмкинлектәрен Рәсәй эшҡыуарҙарына ғына түгел, сит илдекеләргә лә күрһәтәсәк.
Әйткәндәй, был Красноярскиҙа уҙғарылған тәүге форум түгел. Былтыр йәй тап ошонда үткән сарала ҡатнашыусы төбәк властары вәкилдәренән һәм ғалимдарҙан бер нисә кеше урындағы иҡтисад мәсьәләләре менән урындағы властар ҙа шөғөлләнә алыуы, тик бының өсөн Үҙәктең һалымдарҙы кәметеүе кәрәклеге хаҡында белдергәйне.
Теорияла ватан иҡтисадын йәнләндереүҙә, Көнбайыш илдәрендәге кеүек, үҙ капиталы менән Рәсәй граждандары ла ҡатнаша алыр ине. Ләкин “Известия” гәзите Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ФОМ) мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итеүенсә, ватандаштарыбыҙҙың 29 процентының ғына банкта һаҡлаған аҡсаһы бар. Сөнки, беренсенән, 20 – 25 йыл һайын ҡабатланып торған иҡтисади һәләкәттәр аҡса тупларға ирек бирмәй; икенсенән, рәсәйҙәрҙең күпселеге осон-осҡа ялғап ҡына көн итә. Ошо уҡ баҫманың Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, матди хәле яҡшырыуға өмөт иткән ватандаштарыбыҙ һуңғы йылдарҙа өстән бер өлөшкә кәмегән. Респонденттарҙың 53 проценты сығымдарҙың өҙлөкһөҙ артыуына зарлана, ә 60 проценты иһә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтмәй, сөнки бының өсөн иҡтисади нигеҙ юҡ.


Вернуться назад