Интернет селтәрендә һәм ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Евгений Мавринға һәм элекке иҡтисади үҫеш министры Александр Марьинға ҡарата үткәрелгән оператив сараларға бәйле мәғлүмәт донъя күрҙе.
Министрлыҡ 2012 йылдан алып Башҡортостандағы Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды эшмәкәрлеген көйләй. Былтыр Александр Марьин етәкселегендә ведомство республикалағы эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең яңы инфраструктураһын ғәмәлгә индереү йәһәтенән стратегик бурыстарҙы тормошҡа ашырҙы. Атап әйткәндә, 2013 йылдан эшҡыуарҙарға минималь процент ставкаһы буйынса кредит биреү программаһы туҡтатылған. Гарантия фонды аҡсаһы кәмендә 8 процентлыҡ ставка буйынса кредит биреү шарты менән ике банкта урынлаштырылған.
Һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләнерлек булмағас, махсус комиссия аҡсаны Фондҡа кире ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Йәнә шул: ноябрҙән бирле Фондта генераль директор ҙа, был вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы ла тәғәйенләнмәгән. 2013 йылдың 5 декабрендә Евгений Маврин Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһына мөрәжәғәт итеп, Фондтың финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген тикшереүҙе ойоштора. Әле ошо ойошманың етәкселеген һайлау буйынса эш бара. Ул мартта тамамланырға тейеш. Һуңғы ҡарарҙы ойоштороусыларҙың дөйөм йыйылышы ҡабул итәсәк.