Былтыр Рәсәйҙәге иң ҙур 250 ҡала араһында Өфө иҡтисади һәм социаль күрһәткестәр буйынса (“Урбаники” рейтингы) етенсе урынды яуланы. Оҙатылған тауар күләме 550 миллиард һум тәшкил итһә, предприятиелар алған табыш 118 миллиард һум булған. Был илдә яҡшы күрһәткес – 2012 йылдағынан 61 процентҡа күберәк. Миллионлы ҡалалар араһында килемһеҙ эшләгән предприятиелар ни бары – 14,3 процент. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов журналистар менән осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләне.
2013 йылда ҡала иҡтисадына килгән инвестиция күләме, шаҡтай артып, 100 миллиард һумдан ашҡан, 817 мең квадрат метр торлаҡ йорттоң яртыһынан күбеһе шәхси йорт һалыусылар иҫәбенә тап килә.
Һуңғы ике йылда илленән ашыу урам юлдары ремонтланған, 21 балалар баҡсаһы төҙөлгән һәм реконструкцияланған. Әлбиттә, был проблемаларҙы хәл итеү өсөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, дәүләткә ҡарамаған балалар баҡсалары һуңғы йылда ике тапҡырға артып, 45-тән 115-кә етте. Ошондай уңышлы аҙымдар киләһе өс йылда сираттың ҡыҫҡарыуына өмөт уята. Былтыр Дим районындағы юл үткәргесен файҙаланыуға тапшырыу халыҡты тығындарҙан азат итте.
Баш ҡаланың төҙөкләнә, өфөләрҙең тормошо яҡшыра барыуы – ҡала ҡаҙнаһына килгән табыштың (былтыр 24 миллиард һум тәшкил иткән, 2001 йыл менән сағыштырғанда, алты миллиард һумдан күберәк) арта барыу һөҙөмтәһе. Мәҫәлән, предприятиеларҙа эш хаҡы уртаса 32, 3 мең һум булған (2012 йылдағынан 14 процентҡа күберәк). Тыуымдың артыуы күҙәтелгән.