Йәшелсә мул булды22.11.2011
Йәшелсә мул булдыЙәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгән “Светлана” крәҫтиән хужалығы (директоры — Флүр Харрасов) быйыл мул уңыш алып ҡыуанды. 1992 йылда ойошторолған йәмғиәт эштә яңы технологиялар ҡуллана, шуға ла йылдың-йылы юғары уңыш алыуға өлгәшә лә инде. Хужалыҡ төрлө предприятие-ойошмаларҙы, халыҡты килешеү нигеҙендә йәшелсә менән тәьмин итә. 20 йыл эшләү дәүерендә йәмғиәттең үҙ һатып алыусылары ла барлыҡҡа килгән.
– Быйыл мул уңыш үҫтереп алыуға өлгәштек, йыл нәҡ йәшелсәселәр өсөн генә килде, – ти Флүр Харрасов. – 100 тонна кәбеҫтәне һаҡлауға һалдыҡ. Бынан тыш, 20 гектарҙа расторопша үҫтерҙек.
Йәмғиәт эшсәндәре картуфтың “невский”, “удача”, “адриетта” кеүек сорттарына өҫтөнлөк биреп отолмаған.
Тағы ла 15 тонна ҡыяр, 5 тонна помидор, 100 гектар майҙандан һуған йыйып алғандар. 236 гектарҙа үҫтерелгән борсаҡ, һоло һәм бойҙайҙың да уңышына ҡыуанып бөтә алмайҙар.
– Баҫыусылыҡ уңғандарҙы, тырыштарҙы ғына үҙ итә, шуға ла иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр эшләргә кәрәк, – ти йәмғиәт директоры. – Балалар ҙа буш ваҡытында ярҙам итә, уларҙың бөтмөрлөгөнә аптырарһың.
Харрасовтарҙың улдары Илдар бөгөн төҙөлөштә эшләй, ҡыҙҙары Альбина – ветеринар. Ә төпсөктәре Светлана эколог һөнәрен үҙләштергән. Ҡатыны Флорида Хәниф ҡыҙы район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә баш агроном вазифаһын башҡара.
Етәкселек тракторсы һәм комбайнсы Алмас Камалетдиновтың, водитель Рөстәм Шаһиевтың, йәшелсәсе Фәнзилә Ғибәҙуллинаның эшенән бик ҡәнәғәт.
“Светлана” йәмғиәте яҙғы һәм көҙгө осорҙа баҫыу эштәренә ауылдаштарын да йәлеп итә, хеҙмәт хаҡы һәйбәт булғас, киләләр.
Иглин районы.


Вернуться назад