“Башҡортостан Республикаһында капитал һалыуҙар формаһында инвестиция эшмәкәрлеге алып барған инвесторҙарға ойошма табышына һалымдың түбән һалым ставкаһын билдәләү тураһында”ғы һәм “Ойошмалар мөлкәтенә һалым тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Башҡортостан Республикаһының ике Законы 2012 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инде. Документтар былтыр октябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышында ҡабул ителгәйне. Тәүге документҡа ярашлы, капитал һалыуҙарҙың күләменә ҡарап, бер йылдан алып биш йылға тиклемге осорҙа инвесторҙарға 13,5 процент күләмендә (база ставкаһы 18 процент булғанда) Башҡортостан Республикаһы бюджетына индерелергә тейешле ойошмалар табышына һалымдың түбән һалым ставкаһын билдәләй. 2011 йылдың 31 октябрендә ҡабул ителгән икенсе Закон, шулай уҡ капитал һалыуҙар күләменә ҡарап, инвесторҙарҙы бер йылдан биш йылға тиклем осорҙа ойошмалар мөлкәтенә һалым түләүҙән азат итеүҙе күҙ уңында тота.
— Инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһе Башҡортостан Хөкүмәтенең дә, парламентының да һәр ваҡыт көн тәртибендә булды, — тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, финанс һәм милек мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Лев Бакусов. — Әле төбәктә инвесторҙар өсөн шарттар тыуҙырыу йәһәтенән ҡануниәт базаһы етерлек кимәлдә үҫешкән. Был йүнәлештә биш закон эшләй.
Шул уҡ ваҡытта Лев Бакусов закон проекттары буйынса фекер алышыуҙар еңел бармауын билдәләне.
— Беҙ был закондарҙы оҙаҡ ҡараныҡ, уларға ике тапҡыр әйләнеп ҡайттыҡ, һөҙөмтәлә ҡабул иттек, — тине ул. — Был закондар республикабыҙҙа инвестиция эшмәкәрлеге өсөн өҫтәмә шарттар тыуҙырырға мөмкинлек бирер, тип уйлайым.
Л. ТЕРНОВАЯ.
“Башинформ”.