Торлаҡһыҙҙарға ярҙам19.02.2014
Башҡортостан Хөкүмәте аҡса туплау системаһын ҡулланып, торлаҡ төҙөлөшөн финанслау сараларын тормошҡа ашырыу тәртибен раҫлаған ҡарар ҡабул итте.

Проекттың төп маҡсаттарының береһе – ипотека кредитынан файҙалана алмаған түбән килемле кешеләргә торлаҡ алыу йәһәтенән булышлыҡ итеү. Йорт йәки фатир һатып алыу өсөн тәүге иғәнәһе, ипотека кредиты буйынса айлыҡ аҡсаны түләү мөмкинлеге булмағандарға был проект бик ҡулай: аҡса туплауҙың минималь срогы – өс йыл, ҡаҙна премияһы менән дәртләндерелгән айлыҡ түләү иң күбе – 10 мең һум, аҡсаны туплау ваҡыты тамамланғас, банк биргән кредиттың иң ҙур күләме – 1,5 миллион һум.


Вернуться назад